Уҙған аҙнала ошондай поезд Иҫке Муса ауылында ла булды. Белгестәр ауыл халҡына социаль ярҙам, мәшғүллек, пенсия түләүҙәре, инвалидлыҡты рәсмиләштереү, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләре буйынса консультация бирҙе.
Йәмғиәтебеҙ ниндәй генә үҫеш юлдарынан бармаһын, арабыҙҙа һәр ваҡыт ҡайғыртыуға, ярҙамға мохтаж кешеләр бар. Уларҙың тормошон дәүләт яҡлауынан тыш, социаль хеҙмәткәрҙәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Ветерандарыбыҙ, мөмкинлеге сикләнгән кешеләр, өлкәндәр, яңғыҙ йәшәүселәр, ваҡытлыса эшкә яраҡлылыҡ һәләте кәмегән кешеләр – барыһы ла уларҙың иғтибар үҙәгендә.
Иҫке Муса ауылынан Рита Ғәлиәхмәтова социаль хеҙмәткәр булып оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләй. Рита Миҙхәт ҡыҙы мәктәптән һуң Өфө техник училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлағас, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә механик йыйыу эштәре слесары булып эшкә урынлаша. Үҙ иткән коллективы менән бик оҙаҡ эшләргә тура килмәй уға. Ул күңелендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашырырға ниәтләй һәм Өфөнөң 2-се медицина училищеһының киске бүлегенә уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта 13-сө дауаханаға санитарка булып эшкә урынлаша. Медицина училищеһын уҡып бөткәс, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пунктында шәфҡәт туташы булып халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Хәҙер егерме йылдан ашыу социаль хеҙмәткәр.
Рита Ғәлиәхмәтованың ҡарамағында 18 кеше. Ул Иҫке Муса һәм Яңы Муса ауылдарында йәшәүсе мохтаждарҙы хеҙмәтләндерә. Элегерәк был исемлектә Илтуған, Арыҫлан ауылы ла булған. Социаль хеҙмәткәр аҙнаһына ике тапҡыр тәрбиәләнеүселәренә йөрөй. Бынан тыш, саҡыртыуҙар булһа, төн тип тормай, буран тип тормай һәр береһенә ашыға. Рита апай күрше Яңы Муса ауылына барып ҡайтыр өсөн скутерҙа йөрөргә лә өйрәнгән, кәрәк икән велосипедта елдерә, кәрәк икән йәйәү ҙә юл үтә.
- Эшем бик оҡшай, аралашыуға мохтаж әбейҙәр менән һөйләшеп ултырыу үҙебеҙгә лә, уларға ла дәрт-дарман өҫтәй. Ҡайһылары үҙ ҡыҙҙарылай кеүек күреп, килмәйерәк торһаң, һағынып көтөп алалар. Ололарҙың рәхмәте – минең өсөн иң ҙур баһа,- ти Рита апай.
Ауылда йәшәгән кеше өсөн мәшәҡәттәр бихисап: йортҡа һыу ташыу, өй йыйыштырыу, ҡышын урамда ҡар көрәү, яҙғы-йәйге баҡса эштәре. Бынан тыш социаль хеҙмәткәр дарыу, магазиндан аҙыҡ-түлек алып килә. Ай һайын газ, свет өсөн квитанцияларын түләшә.
- Һаулығыбыҙ ҡаҡшап ауырып китһәк тә, ут булмаһа ла һәм башҡа сәбәптәр менән дә һәр саҡ уға шылтыратабыҙ. Ул барлыҡ йомоштарҙы ла башҡарып ҡуя. Шундай игелекле, мәрхәмәтле булғаны, ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт уға. Шулай уҡ ололарға шундай ыңғай шарттар тыуҙырған хөкүмәтебеҙгә лә бик рәхмәтлемен, - тип изге теләктәрен еткерә Зәйтүнә Юнысова. Зәйтүнә Шәйхлислам ҡыҙы бала сағы аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килгән, һуғыш осоро балаһы. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ғүмерен балаларға белем бирергә арнаған оло инәй. Уға киләсәктә тыныс тормошта сәләмәтлек, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.
Рита Миҙхәт ҡыҙы ауылдашы Фәнүр Нәбиулла улы менән 1985 йылда сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Матур итеп донъя ҡороп, гөрләтеп йәшәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа, Фәнүр ағай ғына иртәрәк фани донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Урыны ожмахта булһын. Ғәлиәхмәтовтар өс малайға ғүмер, тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Улдары ғаиләләре менән Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. Балалары ялдарында әсәләре янына ҡайтып хәстәрлек күрәләр, ярҙамдарынан өҙмәйҙәр.
Эйе, социаль хеҙмәткәр булыу – үҙ-үҙеңде башҡаларға бағышлау, тигән һүҙ. Был һөнәр кешеләре – шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, хеҙмәт һөйөү, кешеләрҙе яратыу кеүек сифаттарҙы бергә йыя.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән республикала “Хәстәрлек поезы” социаль проекты эшләй башланы. Ул Башҡортостандың төпкөл ауылдарында йәшәгән халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. “Хәстәрлек поезы”ның күсмә составында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Рәсәйҙең социаль фонды, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, район хакимиәттәре вәкилдәре бар.
Илмира Ғәлиәхмәтова, йәмәғәтселек
фекере лидеры:
- Районда беренсе булып “Хәстәрлек поезы” тап беҙҙең ауылдан эшләй башлауы беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы. Ауыл халҡы өсөн бындай сара бик уңайлы һәм мөһим. Улар өсөн урында анығыраҡ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләргә яуаптар алыу мөмкинлеге булды. Сарала халыҡ белгестәргә ярҙам сараларын алыу, дауалауҙа, документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итеү, шулай уҡ социаль, юридик һәм психологик ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. “Хәстәрлек поезы” сиктәрендә халыҡ урында көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә аласаҡ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.