Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған ер үҙенә тарта

Ярты йыл һайын матбуғатҡа яҙылыу осоронда беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙҙы бәләкәй генә булһа ла бүләктәр менән ҡыуандырырға тырышабыҙ. Ибраһим ауылында йәшәүсе Фәйез Сафиуллин “Даирә”гә яҙылып, күптән инде кер һала торған кәрзин отҡайны. Ошо көндәрҙә шул яҡтарға юлыбыҙ төшкәс, уларға бүләктәрен индереп бирҙек һәм шундай күркәм ғаилә менән танышыу мөмкинлегенә эйә булдыҡ.

Тыуған ер үҙенә тарта
Тыуған ер үҙенә тарта

Тыуған ер үҙенә тарта

Ярты йыл һайын матбуғатҡа яҙылыу осоронда беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙҙы бәләкәй генә булһа ла бүләктәр менән ҡыуандырырға тырышабыҙ. Ибраһим ауылында йәшәүсе Фәйез Сафиуллин “Даирә”гә яҙылып, күптән инде кер һала торған кәрзин отҡайны. Ошо көндәрҙә шул яҡтарға юлыбыҙ төшкәс, уларға бүләктәрен индереп бирҙек һәм шундай күркәм ғаилә менән танышыу мөмкинлегенә эйә булдыҡ.

 Үҙенең һөйләшеүе, фиғеле менән әллә ҡайҙан уҡ уҡытыусы икәне күре­неп торған Таңһылыу Байрамғәле ҡыҙы менән күптәнге таныштар кеүек рәхәтләнеп әңгәмә ҡороу бәхете лә тейҙе беҙгә. Уның тормош иптәше Фәйез Фәнил улы ошо ауылда тыуып үҫкән. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент саҡта Күгәрсен районы һылы­уы Таңһылыу менән таныша. Юғары белем алған йәштәр йүнәлтмә буйын­са Ҡамышлы ауылында эш башлап ебәрәләр. Бында өс йыл уҡытҡас, бер балалы Сафиуллиндар ғаиләһе Себер тарафтарына юлланырға ҡарар итә.

-Класташтарым ғаиләһе менән шул яҡтарҙа эшләй ине. Улар беҙҙе лә саҡы­ра башланы. Фәйез тиҙ генә торба һа­лыусыға уҡып алды ла, Сорғот ҡалаһы­на сыҡтыҡ та киттек, -тип хәтерләй ул йылдарҙы Таңһылыу Байрамғәле ҡыҙы.

Сафиуллиндар Себерҙә төпләнеп, ең һыҙғанып эшкә тотоналар. Таңһылыу Байрамғәле ҡыҙы мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирһә, Фәйез Фәнил улы нефть сығарыу өл­кәһендә тир түгә.

Яҡшы булһа ла торған ер, һағын­дыра тыуған ер тигәндәй, хаҡлы ялға сыҡҡас, улар тыуған яҡтарға ҡайтып йәшәү тураһында уйлана башлай. Ағастан күркәм йорт һалып, был ниәт­тәрен дә тормошҡа ашыралар һәм 2014 йылда Ибраһимға күсеп ҡайталар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәйез Фәнил улын 62 йәшендә инсульт һуға һәм ул 2-се төркөм инвалидлығын алырға мәжбүр була.

-Бәлки, тыуған төйәккә иртәрәк ҡайтырға булғандыр ҙа бит. Ҡайҙа йығылырыңды алдан белеп булмай шул. 31 көн Өфөләге дауаханала ятып сыҡтыҡ. Аллаға шөкөр, хәҙер үҙе йөрөй. Иң мөһиме иҫән. Гәзит-журналдар, ки­таптар уҡый. Миңә ауырлыҡ һалырға тырышмай, -ти был хаҡта хужабикә.

Сафиуллиндарҙың улы һәм ҡыҙы ғаиләләре менән Себерҙә тормош көтә. Өс ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә йәй­ге ялдарҙа ҡайтып, ата-әсәһенә оло ярҙам күрһәтәләр.

Әйткәндәй Фәйез ағайҙың атаһы за­манында ауылда данлыҡлы балыҡсы, ә әсәһе сөгөлдөрсө булған.

-Үкенескә, ҡайным менән ҡәй­нәм бик иртә киттеләр, йәшләй генә мәрхүм булдылар, -ти Таңһылыу апай көрһөнөп.

Бик күп йылдар үтһә лә, Сафиул­линдар үҙҙәренең тәүге эш урындарын һаман һағынып хәтерләй.

- Ҡамышлы мәктәбендә 1979-82 йылдарҙа, Наталья Селезнева, Антонина Клюкина, Миңлегөл Гресик, Нина Захарова, Александр Карпеич менән заманында уҡыттыҡ. Ул саҡта мәктәпте Григорий Тимофеев етәклә­не. Мәктәбебеҙ иҫке, мейес менән йылытылған ғына булһа ла, коллек­тивыбыҙ ныҡ һәйбәт ине. Алты йыл элек бергә эшләгән ҡайһы бер хеҙмәт­тәштәребеҙҙе барып күреп ҡайттыҡ әле, -ти улар.

-“Даирә” гәзитен яратып уҡыйбыҙ. Бүләк отҡаныбыҙ тураһында иң тәүҙә почтальоныбыҙ шылтыратып һөйөн­сөләне, тик барып алырға ғына мөм­кинлек булманы. Дүрт саҡрым араны йәйәүләп ҡайтырға кәрәк. Машина булмағас, ҡыйыныраҡ, кеше көнлөбөҙ. Мин үҙем даланлы кеше ул. Сорғотта йәшәгәндә “Сургутская трибуна” гәзи­тенә яҙа торғайным, төрлө һорауҙарға яуап биреп, бүләктәр ҙә ота инем, -тип ҡыуанып, рәхмәттәрен әйтеп ҡабул итте Таңһылыу апай беҙҙең бүләкте. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа шундай матур кешеләр менән танышыуыбыҙға һәм йылы әңгәмәгә ҡыуанып, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек.

Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: