Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
1 Декабрь 2023, 12:43

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә ниндәй ярҙам саралары ҡаралған

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тәғәйен 30-ҙан ашыу ярҙам төрө булдырылған. Төбәктең министрлыҡтары һәм ведомстволары белгестәре менән берлектә ошо хаҡта тулы белешмә әҙерләнек.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә ниндәй ярҙам саралары ҡаралған
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә ниндәй ярҙам саралары ҡаралған
  1. Балаларға

 - Йөклө ҡатындарға, сабыйын имеҙгән әсәләргә, өс йәшкә тиклемге балаларға медицина күрһәткестәре буйынса “Һөт кухняһы”нан бушлай аҙыҡ-түлек бирелә. Уны юллау өсөн яҡындағы таратыу пунктына йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

- МХО-ла ҡатнашыусыларҙың йәш ярымдан ҙурыраҡ балалары мәктәпкәсә учреждение өсөн түләүҙән азат ителә, уларға сиратһыҙ урын бирелә, шулай уҡ быйылдан үҙҙәренең теләгенә ярашлы яҡыныраҡ урынлашҡан балалар баҡсаһын һайлай ала. Бының өсөн мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә.

- Мәктәп уҡыусылары үҙҙәренә уңайлы белем усағын һайлау мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ уларға бушлай туҡланыу, оҙайтылған көн төркөмөндә, дәүләт һәм муниципалитеттар ҡарамағындағы түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа шөғөлләнеү ҡаралған. Мәктәп етәкселегенә мөрәжәғәт итергә.

- Сығарылыш уҡыусылары, аттестаттың уртаса балына ҡарамайынса, колледжға бюджет урынына уҡырға инә ала. Әгәр ҡабул итеү һынауҙары ҡаралһа, уларҙы ыңғай баһаға тапшырыу шарт. Балағыҙ коммерция нигеҙендә уҡыһа, уны бушлай уҡытыуға күсерәсәктәр. Һайлаған һөнәре буйынса бюджет урындары ҡаралмаһа, уҡыуға түләү өсөн сертификат бирелә. Урта һөнәри уҡыу йорттарында белем алған студенттар ҙа бушлай туҡланыуға һәм ятаҡтан урынға хоҡуҡлы. Уҡыу йортоноң етәкселегенә мөрәжәғәт итергә.

- МХО-ла ҡатнашыусыларҙың бәлиғ булмаған балалары йәйге лагерҙарға бушлай путевка менән тәьмин ителә (урындағы хакимиәттең мәғариф бүлеге); спорт секцияһына яҙылыуҙа өҫтөнлөк менән файҙалана (секция етәкселегенә әйтергә); ҡала һәм ҡала яны автобустарында айына 60 тапҡыр бушлай йөрөй (был льгота 23 йәшкә тиклемгеләргә ҡаралған, белем биреү учреждениеһының етәкселегенә мөрәжәғәт итергә). Ташлама даими ҡала маршруттарына, ә мәктәп уҡыусылары өсөн ҡала яны маршруттарына ла ҡағыла. Ҡала яны маршруттары – 50 саҡрымдан артмаған алыҫлыҡҡа һәм айырым район эсендә ғәмәлгә ашырылған маршруттар. 

  1. Шәхси финанстар

МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларының хоҡуҡтары:

-  Бер машинаға транспорт һалымын түләүҙә 100 процентҡа тиң ташлама. Льгота автоматик рәүештә иҫәпләнә.

- Кредит каникулы, йәғни ваҡытлыса кредит йәки займ өсөн түләмәй торорға мөмкин. Банкыға мөрәжәғәт итергә.

- Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр буйынса бурыс йыйылһа, пеня түләүҙан азат итеү ҡаралған. Льгота автоматик рәүештә иҫәпләнә.

- Сүп-сар өсөн түләү алынмай. Һеҙҙе хеҙмәтләндергән төбәк операторына ғариза яҙырға кәрәк.

- Өйҙө йылытыуға утын алыуға 90 процентлыҡ ташлама. Урындағы урман хужалығына мөрәжәғәт итергә.

- “Жилстройсбережения” программаһына ярашлы ташламалы шарттар. МХО-ла ҡатнашыусылар иҫәптә йыйылған аҡсаны тәғәйен бюджет премиялары менән бергә тулы күләмдә алыуға хоҡуҡлы. Шулай уҡ программала ҡатнашыуҙы ваҡытлыса туҡтатып, һуңынан тергеҙергә мөмкин. Был осраҡта штраф санкцияһы ҡулланылмай. “Ҡыҙыу линия” телефоны: +7 (347) 285-00-97.

- Баҙарҙағынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ алыу мөмкинлеге. Документтарҙы Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралығы ҡабул итә. Телефон: +7 (347) 218-17-46.

- Ауыл ерендә йорт төҙөүгә йәки фатир һатып алыуға сертификат алыуҙа өҫтөнлөк. МХО-ла ҡатнашыусы йәки уның ғаилә ағзаһы “Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһының ҡатнашыусыһы булырға тейеш. Үҙ районыңдың хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә.

- Йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат. Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.

- Дәүләт мәҙәниәт учреждениеларының (музей, театр, филармония һәм башҡаларҙың) билеттарына 50 – 100 процентлыҡ ташлама.

- Дәүләттән төрлө гранттар алған (мәҫәлән, шәхси ферма йәки бизнес асыуға) Башҡортостан халҡы, 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация буйынса МХО-ға юлланған хәлдә, грант шарттарын үтәү яуаплылығынан азат ителә. Бының өсөн грант алған ведомствоға мөрәжәғәт итергә.

- Төбәктә булдырылған социаль ярҙам сараларын алыу өсөн ғаиләнең мохтажлығын билдәләгәндә МХО-ла ҡатнашыусының килеме иҫәпкә алынмай. Рәсәй Соцфонды мобилизацияланғандарҙың килемен иҫәпкә алмай. Социаль яҡлау учреждениеларына һәм Рәсәй Социаль фондына мөрәжәғәт итергә.

  1. Көнкүрештә ярҙам

- Яңы һөнәр алыуға белем биреү сертификаттары. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә.

- Шифаханаға 14 көнлөк бушлай юллама. Уны яҡын туғаныңа бирергә йәки, кемдер менән бүлешеп, 7-шәр көн ял итергә мөмкин. Балаларға ла шифаханаларға бушлай юллама биреү ҡаралған (балалар поликлиникаһы аша медицина күрһәткестәренә ярашлы). Льгота һеҙ һайлаған шифахана тарафынан бирелә (республиканың барлыҡ ойошмалары тиерлек ҡатнаша).

- МХО-ла ҡатнашыусының пенсия йәшендәге йәки инвалидлыҡҡа эйә булған социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж ғаилә ағзаһына, шулай уҡ бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән әсәләргә өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтелә. “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса шылтыратырға (8-800-775-00-14), Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 136/2, телефон:  +7 (347) 286-51-05) мөрәжәғәт итергә мөмкин йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша юлларға.

- Көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү. Ирекмәндәр һеҙҙең һорау буйынса кәрәкле әйберҙәр – дарыуҙар, аҙыҡ-түлек килтерә, утын яра, урамды ҡарҙан таҙарта ала (һатып алынған әйберҙәр өсөн һәр кем үҙе түләй). Шайморатов исемендәге штаб: 8 (800) 201-89-03. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты: +7 (927) 311-23-55. Көн һайын 9.00 – 18.00 арауығында.

- Эшкә урынлашҡанда шәхсән ярҙам. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә.

- Юристарҙан һәм психологтарҙан бушлай ярҙам. Телефондарҙы Ситуация үҙәге аша белешергә мөмкин.

МӨҺИМ

Кем МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһы булып иҫәпләнә

  1. Рәсми рәүештә никахлашҡан ҡатын йәки ир (шәфҡәт туташы, ашнаҡсы булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа МХО-ла ҡатнаша).
  2. Хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге ата-әсәләр йәки уллыҡҡа алыусылар (инвалидтар һәм пенсионерҙар).
  3. Ата-әсә булмаған осраҡта, өс йылдан артыҡ тәрбиәләгән һәм ҡараған өләсәй һәм олатай.
  4. Биш йылдан күберәк тәрбиәләгән үгәй әсәй һәм үгәй атай.
  5. Бәлиғ булмаған балалар һәм 23 йәшкә тиклемге студенттар.
  6. Бәлиғ, әммә 18 йәшкә тиклем инвалидлыҡҡа эйә булған балалар.

!!! Барлыҡ льготалар өсөн кәрәкле база документы – хәрби мобилизация буйынса саҡырылған йәки контракт төҙөгән граждандың белешмәһе. Ғаилә ағзалары уны йәшәү урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итеп алырға тейеш.

 

Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

 

Ситуация үҙәгенә шылтыратығыҙ:

122, өҫтәмә һан – 1

+7 (347) 218-19-19 (көн һайын 8.00 – 20.00 арауығында).

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Идара үҙәгенең телеграмдағы чат-ботына яҙығыҙ: https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot 

 

Материалдар БР "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде

 

Автор:
Читайте нас: