Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
20 Ноябрь 2023, 11:58

Башҡортостандан контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр нимәләргә хоҡуҡлы

Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәт итеүгә кешеләр йыйыу әүҙем бара. Төбәгебеҙ ил һаҡсыларына бик яҡшы шарттар һәм ярҙам саралары тәҡдим итә. Хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына нимәләр тейеш?

Башҡортостандан контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр нимәләргә хоҡуҡлы
Башҡортостандан контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр нимәләргә хоҡуҡлы

Аҡсалата түләүҙәр

Махсус хәрби операция барышында Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәр кем дәүләттән 195 мең һум күләмдә бер тапҡыр түләнгән аҡсалата ярҙам алыуға хоҡуҡлы.

Республикабыҙ ҙа аҡса бүлә. Күптән түгел төбәк Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, мобилизация йәки хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса алынған граждандар, 2023 йылдың 10 ноябренән һуң контракт төҙөгән осраҡта, республиканан өҫтәмә рәүештә 100 мең һум аҡсалата түләүгә иҫәп тота ала.

– Бында һүҙ бер йыл элек мобилизацияланғандар тураһында бара, әгәр улар статусын үҙ ирке менән контрактсыға үҙгәртһә, өҫтәмә финанс түләүҙәргә эйә була, – тип аңлатты Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич. – Ундай егеттәр беҙҙә күп кенә – йөҙҙәрсә. Радий Хәбировтың указы уларға өҫтәмә ярҙам сараһы булдырыуға нигеҙ булып тора. Ә инде хәрби саҡырылышҡа килгәндә, закон сроклы хеҙмәтте контракт нигеҙендәгенә алмаштырырға мөмкинлек бирә. Ғәҙәттә, бындай аҙымға күпмелер тормош тәжрибәһенә эйә булған, университет тамамлап килгән йәки кисектереү алған егеттәр бара. Улар тәүҙә өс-дүрт ай әҙерлек үтә, әммә барыһы ла махсус хәрби операцияға юлланмай, кемдәрҙер башҡа хәрби частарҙа хеҙмәтен дауам итеүе лә мөмкин. Республиканан өҫтәмә түләү – контракт төҙөргә ҡарар иткән егеттәргә финанс ярҙамы ул.

Район һәм ҡалалар ярҙамы

Контрактсыларға район һәм ҡалалар ҙа финанс ярҙамы күрһәтә. Мәҫәлән, Өфөлә Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды меценаттары 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелгән аҡсалата түләү булдырҙы. 

Түләүҙәргә ҡағылышлы һорауҙар менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы яҡлау үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 85. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 215-15-70, (347) 215-16-70. Шулай уҡ берҙәм белешмә телефонына – 177, Ситуация үҙәгенә – 122 йәки (347) 218-19-19. “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең үҙегеҙгә яҡын офисына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Шулай итеп, контракт төҙөгән осраҡта, Оборона министрлығының 195 мең һумын, Өфө меценаттарының ярҙамын (100 мең һум) һәм төбәктә булдырылған яңы аҡсалата түләүҙе (100 мең һум) бергә иҫәпләгәндә, хәрбиҙәр МХО биләмәһенә юлланғанға тиклем үк бер тапҡыр түләнгән 400 мең һумға яҡын аҡсаға иҫәп тота ала. Артабан хәрби операция биләмәһендәге хеҙмәт өсөн эш хаҡы айына 210 мең һумдан башлана. Был – минималь түләү күләме, айырым ҡаҙаныштар, мәҫәлән, әүҙем һөжүм хәрәкәттәре, штурмлаусы отрядтар составында алға табан хәрәкәт иткән һәр километр, танкты ҡулға төшөрөү һ.б. өсөн айырым түләүҙәр ҡаралған. 

Түләүҙәр нисек башҡарыла?

Айлыҡ аҡсалата түләү контрактсының “Мир” картаһы бәйле үҙе һайлаған банк иҫәбенә күсерелә. Иҫәп реквизиттары контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында айырып күрһәтелә. Әгәр “Мир” картаһы булмаһа, контрактсыға банкта тейешле иҫәп асыла. Төбәктәр тарафынан булдырылған түләүҙәр ҙә ошо иҫәпкә күсерелә. Уларҙың барыһы ла автоматик рәүештә башҡарыла.

Ғаилә тураһында хәстәрлек

Контракт төҙөгән республика кешеләре яҡшы белә: улар өйҙә булмаған ваҡытта яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк. Утын килтерәләр, ремонт эштәрендә булышалар, балаларҙы мәктәптә ашаталар, төрлө түңәрәктәргә һәм секцияларға бушлай йөрөү, колледжға уҡыр инеү мөмкинлеге һ.б. бар. Мәктәпкәсә йәштәгеләргә балалар баҡсаһынан урын бирелә, ә ата-әсә түләүҙән азат ителә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа, уларҙың яҡындары ла республиканың иң яҡшы шифаханаларында һаулығын нығыта ала. Әгәр ихтыяж булһа, йортҡа газ төшөрөүгә 100 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Тиҙҙән тағы бер ярҙам төрө ғәмәлгә инә: Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ йәки махсус операцияла айырым ҡаҙаныштарға эйә булғандар торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы буласаҡ. Әлегә был закон эшләнеү өҫтөндә, уны ноябрь аҙағында ҡабул итергә уйлайҙар.

Ҡатын-ҡыҙҙар контракт төҙөй аламы?

Эйе. Ҡатын-ҡыҙҙар хәрби хеҙмәттә дөйөм нигеҙҙә ҡабул ителә.

Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районынан күп балалы әсәнең, Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә ашнаҡсы булараҡ юлланыуы хаҡында билдәле булды. Был хаҡта район башлығы Юлай Ильясов һөйләне. Ул әйтеүенсә, был ҡатын – һөнәре буйынса ашнаҡсы, ул юҡта балаларҙы өләсәйҙәре ҡарап торасаҡ. 

Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә ашнаҡсы булып эшләү еңел түгел. Эш ваҡыты сменалы, әммә бер смена иртәндән ҡара кискә тиклем дауам итеүе ихтимал. Шулай уҡ, һауа торошона ҡарап тормайынса, ялан шарттарында эшләргә тура килә.

Кем яугир була ала?

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә запаста һаналған 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә (һирәк һөнәрҙәр һәм иҫкәрмәләр осрағында – 65 йәшкәсә). Шулай уҡ хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә ир-ат та килешеү төҙөй ала.

Контракттың ваҡыты:

- рядовойҙан прапорщикка тиклем – алты ай һәм унан күберәк;

- офицерҙарға – өс йылдан биш йылға тиклем.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

– Республика экипировка, тейешле техника, хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен өҫтәмә ярҙам саралары менән тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы үҙ өҫтөнә ала. Егеттәр бик мөһим эш башҡара һәм илебеҙгә ныҡ ярҙам итә. Ә беҙ яугирҙәребеҙ яҡлаулы булһын һәм үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

 

Материалдар БР "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. 

 

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: