Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
18 Сентябрь 2023, 14:51

Яңы төҫ алды

Федераль программа буйынса капиталь ремонт яһалған Ҡырмыҫҡалы почтаһы бүлексәһе үҙ ишектәрен асты.

Яңы төҫ алды
Яңы төҫ алды

Яңы төҫ алды

Федераль программа буйынса капиталь ремонт яһалған Ҡырмыҫҡалы почтаһы бүлексәһе үҙ ишектәрен асты.

 

 Был почта бүлексәһе Ҡырмыҫҡа­лы, Новотроицк һәм Аксаков ауыл­дарының 10000-дән ашыу халҡын хеҙмәтләндерә. Әлбиттә, бында эшләгән өс операторға, һигеҙ почта­льонға ҙур көс түгергә тура килә.

Почта бүлексәһендә бар нәмә лә яңы, бында килгән кешеләр өсөн һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Шулай уҡ мөмкинлек­тәре сикләнгән граждандар ҙа хәҙер бер ҡаршылыҡһыҙ почта бүлексәһенә инеү мөмкинлегенә эйә: ишек уй­ымдары киңәйтелгән, пандус һәм саҡырыу кнопкаһы ҡуйылған. Бында килгән халыҡ бер юлы, хатта, үҙҙәре­нең сәләмәтлек торошон да үҙ аллы тикшерә ала. Ҡан баҫымын үлсәр өсөн тонометр, ҡандағы кислород кимәлен тикшерер өсөн пульсокси­метр, тән температураһын үлсәү өсөн контактһыҙ термометрҙар бар. Дәүләт хеҙмәте күрһәтеү порталы буйынса килеп тыуған проблемалар менән дә хәҙер бында мөрәжәғәт итергә була.

- Почта бүлексәһендә ике йыл тирәһе оператор булып эшләйем. Эш миңә ныҡ оҡшай. Посылкалар, хат­тар тапшырыу, гәзит-журналдар һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре һаты­уҙан тыш халыҡҡа төрлө йүнәлештә хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ. Йорт һәм ав­томобилдәрҙе страховкалау, Почта банкының кредит карталарын алыу, электрон ҡултамғалар эшләү буйынса ла беҙгә мөрәжәғәт итә алалар. Капи­таль ремонттан һуң почта бүлексәһе тағы ла яҡтырып, матурланып китте. Эш урындарыбыҙҙа ла барлыҡ уңай­лыҡтар тыуҙырылған, - тигән тәьҫо­раттары менән бүлеште Айгөл Хәсә­нова.

- Һәр беребеҙҙең хәҙер айырым урыны, өҫтәле бар. Ял итеп алыу өсөн дә бүлмә булдырылды. Почта бүлексәһе йәмләнеп китте. Эше­беҙ еңелдән булмаһа ла, тырышып эшләйбеҙ, - тиҙәр почтальондар.

Ремонттан һуң яңы төҫ алған, бөтә уңайлыҡтар булдырылған Ҡыр­мыҫҡалы почта бүлексәһе халыҡ мән­фәғәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер ти­гән ышаныста ҡалабыҙ.

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотолары.

Яңы төҫ алды
Яңы төҫ алды
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: