

Ураҙа - Аллаһ ризалығы өсөн таң атҡандан ҡояш байығансы ашап-эсеүҙән һәм енси мөнәсәбәттән тыйылып тороу ул. Борсаҡ ҙурлыҡ ризыҡ ашау һәм бер тамсы эсемлек йотоу ураҙаны боҙа. Ауыҙ асҡанда ризыҡты “Бисмилләһ” тип ашайбыҙ, ашап бөткәс, ҡәҙимгесә “Әлхәмдүлилләһ” тип Аллаһҡа шөкөр итәбеҙ. Ауыҙ асҡанда айырым доға уҡыу шарт түгел. Хәҙистә “Ураҙа тотоусының ауыҙ асҡан ваҡыттағы доғаһы ҡабул була” тип әйтелә, шуға АллаһыТәғәләнән үҙегеҙ нимә теләйһегеҙ шуны һорайһығыҙ.
Ураҙа тотоу Ислам диненең биш нигеҙенең береһе булып тора. Аллаһы Тәғәлә үҙенең китабында: “Эй, иман килтергәндәр! Һеҙгә тиклемдәргә бойоролған кеүек ураҙа тоторға бойоролдо, тәҡүәле булырһығыҙ. Рамаҙан айына индегеҙ икән, ураҙа тотоғоҙ!” тип әйткән. Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, ислам диненең нигеҙҙәрен өйрәтеп: “Ислам дине биш нигеҙгә төҙөлдө: Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Аллаһтың ҡоло һәм илсеһе тип шәһәҙәт әйтеү; намаҙ уҡыу; зәкәт биреү; Рамаҙан айында ураҙа тотоу һәм хаж ҡылыу”-тип әйткән. Ураҙаның сауабы бик ҙур. Аллаһы Тәғәлә: “Ураҙа минең өсөн һәм сауабын үҙем бирәм тип әйткән. Аллаһ бойороғо менән Аллаһ ризалығы өсөн ураҙа тотола. Шуға уның сауабын да күп тапҡырға арттырып бирәсәк. Ураҙа йәһәннәмдән алыҫлаштыра. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм: “Бер көн ураҙа тотоу йәһәннәмдән етмеш йылға йырағайта” тип әйткән. Асыҡҡандан һаулығыма зыян була тип ҡурҡмағыҙ. Ураҙа киреһенсә һаулыҡты нығыта һәм тәнгә файҙа килтерә.
Ураҙала әҙәп-холҡобоҙға ла иғтибар биреү кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм әйткән: “Кем ялған, насар һүҙҙәрҙән тыйылмай, уларҙың ашап-эсеүҙән тыйылыуының Аллаһ алдында баһаһы юҡ”. Ураҙабыҙ камил булһын өсөн ғәйбәт һөйләүҙән, кеше рәнйетеүҙән һаҡ булыр кәрәк.
Аллаһы Тәғәлә беҙгә Рамаҙан айын файҙалы, бәрәкәтле үткәрергә насип итһен.
Рәсүл хәҙрәт ЯНБАЕВ, райондың имам-мөхтәсибе.