Даирә
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
16 Июнь 2022, 15:26

“Бер туғандай булып китәбеҙ”

Ял, отпуск көндәрендә лә беҙгә эшкә йөрөргә тура килә, сөнки ололар беҙҙе һәр ваҡыт көтөп тора, беҙҙең ярҙамға өмөт итә.

“Бер туғандай булып китәбеҙ”
“Бер туғандай булып китәбеҙ”

Социаль хеҙмәткәрҙәр иңендә кешеләргә ярҙам итеү менән бәйле изге бурыс ята. Беҙҙең районда был хеҙмәтте “Изге йөрәк” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге башҡара. Һөнәри байрамдары уңайынан, районда тырыш хеҙмәт итеүсе, үҙ эштәрен яратып башҡарыусы социаль хеҙмәткәрҙәрҙе “Изге йөрәк”тең директоры Илһам Мырҙаҡаев ҡотланы. 

Әлеге көндә районда барлығы 35 социаль хеҙмәткәр эшләй. Улар 34 тораҡ пунктты хеҙмәтләндерә һәм халыҡҡа социаль-көнкүреш, социаль-медицина, социаль-психологик хеҙмәттәр күрһәтә. Хеҙмәтләнеүселәр исемлегендә бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 20 тыл хеҙмәткәре, 60 йәштән олораҡ 160 инвалид иҫәпләнә.

Байрам уңайынан социаль хеҙмәткәрҙәр – Минира Әхмәҙиева, Гөлшат Ҡотлоева Эльвира Хәлимова, Рита Ғәлиәхмәтова, Лилиә Саҙриева, Альбина Хәсәнова, Надежда Федорова һәм Зифа Йәрмөхәмәтова Илһам Маркс улы ҡулынан матур гөлләмәләр һәм Почет грамоталары алып ҡыуанды. Шулай уҡ ике кеше - Надежда Федорова менән Эльвира Хәлимова был көндө хеҙмәт транспорты – велосипедтар менән бүләкләнде.

- Мин Күлләр, Ефремкин, Подлубов, Алайғыр, Матросовка, Никифоровка ауылдарында йәшәүсе 20 кешене хеҙмәтләндерәм. Ҡырмыҫҡалыла йәшәһәм дә был ауылдарға үҙемдең машина менән йөрөп эшләйем һәм 24 йыл буйы үҙемдең яратҡан эшемде башҡарам. Алайғыр ауылындағы ҡарттар йортонда ла эшләргә тура килде. Эшем үҙемә ныҡ оҡшай. Хатта, үҙебеҙ хеҙмәтләндергән кешеләр менән бер туғандай булып китәбеҙ, оло йәштәге олатай-инәйҙәр ҙә беҙҙе үҙҙәренең балалары кеүек күрә башлай. Ял, отпуск көндәрендә лә беҙгә эшкә йөрөргә тура килә, сөнки ололар беҙҙе һәр ваҡыт көтөп тора, беҙҙең ярҙамға өмөт итә. Беҙ уларҙы мунсала ла йыуындырабыҙ, иҙәндәрен дә йыуабыҙ, дарыу һәм аҙыҡ-түлеген дә һатып алабыҙ, ваҡытында коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләп торабыҙ. Ғөмүмән әйткәндә, барлыҡ эштәрен дә эшләргә тырышабыҙ. Әле бына баҡсаларын тәрбиәләйбеҙ, үҫентеләр ултыртабыҙ, - тип һөйләй үҙенең яратҡан эше тураһында, яңы велосипед эйәһе Надежда Федорова. 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: