Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
8 Июнь 2022, 11:42

Һөнәри байрамығыҙ менән, социаль хеҙмәткәрҙәр!

Социаль хеҙмәткәрҙәр иңендә кешеләргә ярҙам итеү менән бәйле изге бурыс ята. Беҙҙең районда был хеҙмәтте “Изге йөрәк” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге башҡара. Бөгөн, байрам уңайынан, районда тырыш хеҙмәт итеүсе, үҙ эштәрен яратып башҡарыусы социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән “Изге йөрәк”тең директоры Илһам Мырҙаҡаев ҡотланы. 

Әлеге көндә районда барлығы 35 социаль хеҙмәткәр эшләй. Улар 34 тораҡ пунктты хеҙмәтләндерә, халыҡҡа социаль-көнкүреш, социаль-медицина, социаль –психологик хеҙмәттәр күрһәтә. Хеҙмәтләнеүселәр исемлегендә 1 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 20 тыл хеҙмәткәре, 60 йәштән олораҡ 160 инвалид иҫәпләнә.

Байрам уңайынан социаль хеҙмәткәрҙәр – Минира Әхмәҙиева, Гөлшат Ҡотлоева Эльвира Хәлимова, Рита Ғәлиәхмәтова, Лилиә Саҙриева, Альбина Хәсәнова, Надежда Федорова һәм Зифа Йәрмөхәмәтова Илһам Маркс улы ҡулынан матур гөлләмәләр һәм Почет грамоталары алып ҡыуанды. Шулай уҡ ике кеше - Надежда Федорова менән Эльвира Хәлимова был көндө хеҙмәт транспорты – велосипедтар менән бүләкләнде.

- Мин Күлләр, Ефремкин, Подлубов, Алайғыр, Матросовка, Никифоровка ауылдарында йәшәүсе 20 кешене хеҙмәтләндерәм. Ҡырмыҫҡалыла йәшәһәм дә был ауылдарға үҙемдең машина менән йөрөп эшләйем. 24 йыл буйы үҙемдең яратҡан эшемде башҡарам. Тәүҙә Алайғыр ауылындағы ҡарттар йортонда эшләнем. Эшем үҙемә ныҡ оҡшай. Хатта, үҙебеҙ хеҙмәтләндергән кешеләр менән бер туғандай булып китәбеҙ. Оло йәштәге олатай-инәйҙәр ҙә беҙҙе үҙҙәренең балалары кеүек күрә башлай. Ял, отпуск көндәрендә лә беҙгә эшкә йөрөргә тура килә, сөнки ололар беҙҙе һәр ваҡыт көтөп тора, беҙҙең ярҙамға өмөт итә. Беҙ уларҙы мунсала ла йыуындырабыҙ, иҙәндәрен дә йыуабыҙ, дарыу һәм аҙыҡ-түлек һатып алабыҙ, ваҡытында коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләп торабыҙ. Ғөмүмән әйткәндә, барлыҡ эштәрен дә эшләргә тырышабыҙ. Әле бына баҡсаларын тәрбиәләйбеҙ, үҫентеләр ултыртабыҙ, - тип һөйләй үҙенең яратҡан эше тураһында, яңы велосипед эйәһе Надежда Федорова.  

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: