Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
4 Ғинуар 2022, 14:25

Йортҡа хәтлем бушлай газ

Ул Рәсәйҙә 2021 йылда илебеҙ Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла  

Йортҡа хәтлем бушлай газ
Йортҡа хәтлем бушлай газ

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йорттарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу өсөн ер участкаларын ҡуртымға биргән 33 килешеү төҙөлгән. Әйткәндәй, 2020 йылдың ноябрь айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Газпром” акционерҙар йәмғиәте идаралығының рәйесе Алексей Миллер 2021–2025 йылдарға иҫәпләнгән республикабыҙ ауылдарын газға тоташтырыу һәм газ менән тәьмин итеү тураһындағы Программаға ҡул ҡуйҙы.

– 2021 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының территориаль бүлендек йәмғиәте тарафынан газ үткәреү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды, шул уҡ ваҡытта ер участкаларын ҡуртымға биреү йәһәтенән 33 килешеү төҙөлдө, – тип һөйләй Башҡортостан ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Ғизәтуллин.

Шул иғтибарға лайыҡ, төбәк ауылдарын газға тоташтырыу программаһы социаль газға тоташтырыу программаһы менән берләштерелгән. Уның нигеҙендә, зәңгәр яғыулыҡ ингән ауылдарҙың йорт сигенә тиклем бушлай газ торбаһы һуҙыу ҡаралған. Ул Рәсәйҙә 2021 йылда илебеҙ Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда иһә газға тоташтырыу программаһы 2,6 мең ауылды үҙенең эсенә ала.

Әйткәндәй, илебеҙҙә Рәсәй ауылдарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу милли проектына иғтибар көслө, үҙ сиратында, ул уңышлы тормошҡа ашырыла. “Халыҡҡа йәшәйештә уңайлыҡтар тыуҙырыу, йәштәрҙең матур киләсәге өсөн уға яуаплы кешеләр ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй, рәсәйҙәрҙең йәшәү кимәлен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, халыҡҡа көндәлек тормошта уңайлыҡтар тыуҙырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе”, – тип һөйләй Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин.

Шул шатлыҡлы, милли проекттарҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың Май Указдарына ярашлы бойомға ашырыла.

Фото: aversgaz.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Башҡорт ӨГӨН, 14:00
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: