Даирә
+7 °С
Ясно
Социаль тәьминәт
15 Декабря 2021, 14:37

Ауыл хужалығында эшләгәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлап

"Бөгөн хеҙмәт баҙарында төп хеҙмәткәр эш биреүсе түгел, ә хеҙмәткәр".

Ауыл хужалығында эшләгәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлапАуыл хужалығында эшләгәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлап
Ауыл хужалығында эшләгәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлап

Бөгөн республика Хөкүмәтендә Башҡортостандың агросәнәғәт тармағында эшләүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлауҙы күҙ уңында тотҡан ҙур килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы, Ветеринария идаралығы, Агросәнәғәт комплексы профсоюзының төбәк берекмәһе, эш биреүселәр араһында төҙөлдө.

"Бөгөн хеҙмәт баҙарында төп хеҙмәткәр эш биреүсе түгел, ә хеҙмәткәр, - тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Предприятие етәкселәренең төп бурысы – тармаҡ эшселәре өсөн уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыу. Күптән түгел Стәрлетамаҡ предприятиеһында булдым, унда хеҙмәт шарттарына, эшселәрҙең хәүефһеҙлегенә иғтибарлы мөнәсәбәт күреп ҡыуандым".

Ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу - заман талабы, әммә шарттарҙы яҡшыртыу тураһында ла оноторға ярамай. Эш урынындағы уңайлы мөхит, һис шикһеҙ, ғаиләләрҙең именлегенә йоғонто яһай, кадрҙар әйләнешенә юл ҡуймауға ла булышлыҡ ҡыла. Быларҙың барыһы ла килешеүҙә теркәлгән.

Бындай күләмле документҡа 2018 йылда тәүге тапҡыр ҡул ҡуйылғайны. Рәсәй Агросәнәғәт комплексының Башҡортостан буйынса профсоюздар ойошмаһы рәйесе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова алдағы килешеүҙең үтәлеүе тураһында һөйләне, документта һаналған сараларға туҡталды.

Яңы документтың ун бүлеге бар, улар хеҙмәт баҙарын үҫтереү, эш һәм ял ваҡыты, хеҙмәт хаҡы, нормалары, социаль гарантиялар, хеҙмәтте, һаулыҡты, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәштәр сәйәсәте кеүек мәсьәләләрҙе аныҡ көйләй. Был документ алдағы өс йылға барлыҡ мөнәсәбәттәрҙе яйға һаласаҡ.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54067

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас