Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
11 Декабрь 2021, 16:35

Өҫтәмә түләүҙәр һаҡланырмы?

Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй медицина форумында ҡатнашыу өсөн килгән Дмитрий Хубезов менән осрашты.  

Өҫтәмә түләүҙәр һаҡланырмы?
Өҫтәмә түләүҙәр һаҡланырмы?

11 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов менән осрашты. Ул Өфөгә Бөтә Рәсәй медицина форумында ҡатнашыу өсөн килгән. Яҡтар коронавирус пандемияһы шарттарында төбәктә һаулыҡ һаҡлау системаһы, тармаҡтың төп йүнәлештәре хаҡында һөйләште.

Республика етәксеһе Рәсәй Дәүләт Думаһы депутатына Башҡортостанға килгәне һәм эксперттар берҙәмлеге менән фекер алышыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Өфөлә барған Бөтә Рәсәй медицина форумында ҡатнашыуығыҙ беҙҙең өсөн һәйбәт. Табип булараҡ, замансе медицина проблемаларын һәм мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡ мәсьәләләрҙе бик яҡшы беләһегеҙ. Мөһим мәсьәләләр, уларҙы ҡабул итеү өсөн юлдары хаҡында һөйләшеү бик ҡыҙыҡ, - тине Радий Хәбиров. – Пандемия осоро медицинабыҙ өсөн мөһим саҡырыуға әйләнде. Шуға был хәлдән нығынып сығыу мөһим.

Дмитрий Хубезовтың белдереүенсә, коронавирус медицина ярҙамын күрһәтеүҙең барлыҡ системаһын етди трансформациялаған. Һәм бөгөн федераль кимәлдә һаулыҡ һаҡлауҙың яңы мәсьәләләре бар.

- Инфекция хәүефенә ҡаршы торғанда сирҙәр үҫеше иҫәпкә алынырға тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуынса, илдә йәшәүселәрҙе диспансерлаштырыу өҫтөнлөклө булып тора, - тине ул. – Шул уҡ ваҡытта халыҡ һаулығы проблемаларын өйрәнеү буйынса етди аналитик эш мөһим. Шуға Өфөлә Бөтә Рәсәй медицина форумын үткәреү көнүҙәк.

Башҡортостан вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе республиканың табиптар берҙәмлеге менән осрашҡан, коронавирус инфекциялы пациенттар менән эшләгән табиптарға федераль түләүҙәрҙе һаҡлау мәсьәләһе хаҡында һөйләшкән. Дмитрий Хубезов киләһе йылда был өҫтәмәләрҙең тулы күләмдә түләнәсәге хаҡында белдерҙе.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: