Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
3 Декабрь 2021, 14:08

Ауыл стажына түләүҙәр

Ауыл ерендә йәшәгән һәм 30 йылдан да кәм булмаған стажға эйә булған һәм әле эшләмәгән пенсионерҙар 2019 йылдан алып страховка йәки инвалидлыҡ пенсияһына өҫтәмәгә хоҡуҡлы. Өҫтәмә күләме аныҡ билдәләнгән түләүҙең 25 процентын тәшкил итә.

Ауыл стажына түләүҙәр
Ауыл стажына түләүҙәр

2021 йылда аныҡ билдәләнгән түләү күләме 6044,48 һум тәшкил итте. Тимәк, ауыл ерендә йәшәгән һәм әле эшләмәгән пенсионерҙарға ауыл стажы өсөн 1 511,12 һум күләмендә өҫтәмә түләнә. Өсөнсө төркөм инвалидлығы буйынса страховка пенсияһы алғандарға айына 755,56 һум күләмендә өҫтәмә тейеш. Ауыл стажын билдәләгәндә малсылыҡ, үҫемлекселек һәм балыҡсылыҡта мәшғүллек шарты менән колхоз, совхоз һәм башҡа ауыл хужалығы предприятиеларындағы эш иҫәпкә алына. Ауыл пенсионерҙарына аныҡ билдәләнгән түләүҙе арттырыу, пенсия эшендәге документтарға таянып, ғариза яҙмайынса ла башҡарылды. Әгәр пенсионер ауыл стажы өсөн түләүҙе арттырыуға хоҡуғы бар тип иҫәпләһә, Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә тейешле документтары менән мөрәжәғәт итә алды.

2020 йылдан ауыл стажына өҫтәмә алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Стажды раҫлаған документтарҙы Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә илтеү мотлаҡ.

Бындай өҫтәмәне Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған етештереү, һөнәр, вазифа һәм белгеслектәр исемлегенә ингән һөнәрҙәр буйынса эшләгән пенсионерҙар ҙа ала.

Динә Арыҫланова.

Фото:u-f.ru

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2021-12-03/auyl-stazhyna-t-l-r-2605095 

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: