Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
24 Ноябрь 2021, 21:09

«Һөт кухня»һында яңы эремсек барлыҡҡа килде

Башҡортостанда «Һөт кухнялары» селтәрен үҫтереү дауам итә.

«Һөт кухня»һында яңы эремсек барлыҡҡа килде
«Һөт кухня»һында яңы эремсек барлыҡҡа килде

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

Өс йыл самаһы элек һөт кухняларын яңыртырға хәл иттек, ошо ваҡыт эсендә ете тулы етештереү майҙансығы эшләй башланы. Улар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Белоретта, Сибайҙа һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан. Шулай уҡ барлыҡ муниципалитеттарҙа 140 пункт эшләй.

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге 23 400 бала, 39 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала, шулай уҡ 404 йөклө ҡатын-ҡыҙ һәм бала имеҙгән әсәләр бушлай һөт ризыҡтары менән тәьмин ителә.

«Күптән түгел «Һөт кухняһы»нда яңы эремсек барлыҡҡа килде. Ул, элекке серия эремсеге кеүек үк, тәбиғи продукттарҙан әҙерләнә. Был ныҡ файҙалы һәм тәмле. Мөмкинлек булыу менән үҙебеҙҙең таратыу пункттары селтәрен киңәйтергә, ә киләсәктә республиканың барлыҡ райондарын үҙебеҙҙә етештерелгән продукция менән тәьмин итергә ниәтләйбеҙ. Быны яҡшы йүнәлеш тип иҫәпләйем, балаларҙың һәм уларҙың әсәләренең һаулығы — бөтә нәмәнән дә мөһимерәк», — тине Радий Хәбиров.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-24/t-kuhnya-ynda-ya-y-eremsek-barly-a-kilde-2594506 

Фото: "Башинформ".

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: