Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
23 Ноябрь 2021, 12:23

Аҡсаны алыу өсөн ғариза яҙып өлгөрөгөҙ!

Был эште 15 декабргә тиклем атҡарырға кәрәк. Эшләмәгән көндәр өсөн аҡса суммаһы, шулай уҡ ниндәй телефон буйынса ошо хаҡта белешеү мөмкинлеге тураһында тулыраҡ мәғлүмәттә түбәндә уҡығыҙ.

Аҡсаны алыу өсөн ғариза яҙып өлгөрөгөҙ!
Аҡсаны алыу өсөн ғариза яҙып өлгөрөгөҙ!

Ғаризаны 15 декабргә тиклем  Федераль һалым хеҙмәтенә биреп өлгөрөргә кәрәк, тип хәбәр итә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

- Пандемия осоронда зыян күргән матурлыҡ, спорт, ҡунаҡхана бизнесы, йәмәғәт туҡланыуы, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү, көнкүреш хеҙмәттәрен күрһәтеү, мәҙәниәт, ялды ойоштороу һәм башҡа тармаҡтарҙа эшмәкәрлек алып барған йүнселдәр субсидия алыуға өмөт итә ала. Федераль субсидия кимәле һәр хеҙмәткәргә, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарға ла минималь хеҙмәткә түләү размерынан сығып билдәләнәсәк. Был ярҙам эш хаҡын түләүҙе тәьмин итеүгә һәм йүнселдәрҙең эшмәкәрлеген һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итәсәк, - тип белдерҙе күптән түгел республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли пректы бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Ғаризаны һалым инспекцияһының шәхси кабинеты йәки почта аша ебәрергә мөмкин. Ғариза биш көн эсендә ҡарала. Барлыҡ талаптар ҙа үтәлгәндә Федераль һалым хеҙмәте ярҙам кимәлен иҫәпләйәсәк.

Тармаҡтарҙың тулы исемлеге менән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 28 октябрендә ҡабул ителгән Ҡарарында таныша алаһығыҙ.

Белешмә. Субсидия алыу тәртибе менән тулыраҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтендә танышырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Берҙәм бәйләнеш үҙәгенән 8-800-222-22-22 телефоны буйынса шылтыратып белешергә мөмкин.

Фото: vyatka-grad.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: