Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
21 Апрель 2021, 10:35

Упҡын

Ике яҡ килешеп, айырылышыуға ғариза яҙҙылар. Донъя бүлешкәндә Йәмил бер нәмәһен дә алманы.- Балаларға булһын, минең был тормошта күпме генә ғүмерем ҡалған тиһең, - тине.

Зыярат эсе. Бер нисә кеше ҡап-ҡара балсыҡ өйөмө менән ҡәберҙе тигеҙләй. Олорағы:
- Насар кеше булманы, һәр саҡ ярҙамсыл, ғаиләһе өсөн йәнен бирергә әҙер ине, – тине.
Ҡара мыйыҡлыһы ла иптәшенең һүҙен йөпләне:
- Эйе, ауырыу арыҫланды ла еңә, йәшләй китте. Ҡырҡ икелә генә, шуныһы йәл.
Йәшерәге, көрәгенә таянып, ауыр уйҙарға сумды.
...Йәмил оҙаҡҡа һуҙылған командировкаһын тамамлап тыуған яғына ҡайтырға сыҡты. Тәүҙә – поезда, унан һуң автобус менән ауылына ҡайтып төштө. Иң тәүге йорт - атай йорто. Унда һуғылмай китеү мөмкин түгел, әсәкәйе көтә уны. Ана, килеп инеү менән ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Хәлдәрен һорашып, улын сабый балаларҙан да кәм күрмәй башынан һыйпап, арҡаларынан дөпөлдәтеп яратып алды.
- Айнанайым, юлда йонсоғанһыңдыр, арыуың күҙҙәреңә төшкән. Килен мунса яҡҡандыр, аяҡтарыңды нығыраҡ сап. Яңаҡтарың эскә төшкән, ҡырҙа һинең тамағыңды кем уйлаһын? Киленгә әйтәм әле, көн дә һурпа бешереп эсерһен, - тип ҡайғыртыусан һүҙҙәре менән улына һөйләргә ирек тә бирмәне.
Йәмил тиҙ кенә өҫтәлен дә йәйеп өлгөрҙө. Үҙе өс балаһына атай булһа ла, әсәһе янында ниндәй рәхәт, бер аҙ балалыҡҡа ҡайтып иркәләнеп тә алды.
Ваҡыт үтә генә. Ана бит көн кискә лә ауҙы. Йәмил үҙ йорттарына ҡарай атланы. Ҡапыл һулаҡай яҡ түше аҫтында нимәлер сәнсеп алды. Йөрәкһеп, һағынып ҡайтып килгәнгә ауыртып алғандыр, тип уйланы ир. "Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул "- тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер инде боронғолар. Эйе, күп йөрөнө Йәмил дә оҙон аҡса артынан ҡыуалап, ун һигеҙ йыл... Тәүҙә йорт күтәрәм, унан һуң – балалар үҫтерәм, уҡытам тип. Ауыл ерендә бесән эшләргә тимер аты ла кәрәк, өр-яңы автомобилен дә алды. Өй эсе шарттары ҡаланыҡынан бер ҙә ҡалышмай. Эҫе һыуы ағып тора, ҡапыл ғына йыуынып сығырға ваннаһы ла бар. Аҡсаһын алып ҡайтып торҙо, юҡ-барға сарыф итмәне. Тәмәкеһен ташланы. Эше лә ауыр ине. Ситтә йөрөһә лә, күңеле менән һәр ваҡыт өйөндә булды. Өйләнешкәс, ҡатыны өс йыл ғына күрше ауылда һатыусы булып эшләне лә: "Өйҙә балаларҙы ҡарарға кеше юҡ", - тип эшен ташланы.
Йәмилде көтәләрҙер, өйөндә ут балҡып тора. Күтәрмәгә баҫтым тигәндә генә ҡапыл ишек асылып китте. Ҡыҙы Вәсилә атаһын күреп:
- Урра, атай ҡайтты, - тип яҡынының ҡосағына сумды.
Ҡыҙыҡайын күтәргән килеш эскә үтте Йәмил. Икенсе бүлмәнән ҡаршы сығып килгән ҡатыны иренә ҡысҡырып ебәрҙе:
- Һинең үҙ өйөң юҡмы тура ҡайтырға? Әсәңә эшләгән хаҡыңдың отчетын биреп, яртыһын ҡалдырып ҡайттыңмы? Тамағың туҡтыр, күрше Гәрәй күптән еткерҙе инде сәғәт нисәлә ҡайтып, әсәңә инеп барғаныңды.
Иренең асыуы килеп:
- Туҡта әле, Сәлимә, ниңә һин юҡтан ғына тауыш сығараһың? Эйе, индем, хәлен белдем, сәйен эстем. Һуң, ул бит минең яҡын әсәм. Нисек уның өйөн үтеп китәйем? Ул бит тәҙерәнән ҡарап көтөп ултыра. Нисек? Иҫән-һау ҡайттыңмы, тип һорау юҡ, инер-инмәҫтән ҡысҡыраһың. Бер нисә ай үтте тип, сит кешегә әйләндемме һиңә?
Аҙаҡҡы һүҙҙәре нисектер тыныс, ҡарлыҡҡан һымаҡ килеп сыҡты. Ҡапыл өйҙә һауа етмәгән төҫлө булып китте Йәмилгә. Тышҡа сыҡты, бөтә тәне буйлап һыуыҡ ток үтеп киткән һымаҡ булды. Өшөп ҡалтырана башланы. Их ошо ваҡытта тәмәкеһе булһа... Юҡ бит, бәлки, әҙерәк тынысланып алыр ине. Күпме торғандыр, ныҡ өшөнө, кире өйгә инде. Балалар кемеһе телевизор ҡарай, кемеһе дәрес әҙерләй. Аталарының сумкаһын асып, күстәнәс, бүләктәрен үҙ-ара бүлешкәндәр инде. Ҡатыны урынды айырым һалды. Ир өндәшмәне. Тағы берәй нимә әйтһә, талашып китерҙәр. Йәмил күҙҙәрен йомдо. Яҡындарыңдан айырылып йыраҡта йөрөһәң, үҙең сит кеше булып китәһең икән. Эштәге режим буйынса иртүк торҙо. Мал ҡарарға юҡ, үҙе өйҙә тормағас, күптән эреһен дә, ваҡ малын да бөтөрҙөләр. Йорттоң тирә-яғын ҡарап инәйем тип тышҡа сыҡты. Кисә ауыртҡан ере бөгөн тағы ныҡ итеп сәнсеп алды. Тыны ҡыҫылды. "Был нимә булды?" - тип шул ерен ҡулы менән тотоп өйгә инде. Юҡ, баҫылырға уйламай. Тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртып, район дауаханаһына алып киттеләр.
- Еңелсә инфаркт кисергәнһең, - тинеләр аҡ халатлылар.
Йәмилде ун ике көн дауаланғандан һуң кире өйөнә ҡайтарҙылар. Сыҡҡан саҡта оло ғына табип ағай:
- Ҡустым, кәңәш итеп әйтәм: аҡса ғүмерҙә лә етмәй, һаулығыңды һаҡла. Әгәр һаулығың булмаһа, һин бер кемгә лә кәрәк түгелһең, йөрәк менән шаярма, - тине бармағын янап.
Ундай уҡ хәлгә барып етермен тип уйламаны Йәмил. Яҙып биргән дарыуҙарын алып, өйөндә бер ай ҙа булманы, кире эшенә китте. Барып етеп, ун көн эшләнеме-юҡмы, кире дауаханаға эләкте. Инде ауырыу сәбәпле "эшкә яраҡһыҙ" тип ҡағыҙ тотторҙолар. Еңелерәк эш булмаҫмы икән тип дуҫтарына шылтыратып ҡараны. Булһа ла, етәкселәр: "Ғәфү ит, бер-бер хәл булһа, һинең өсөн яуап бирмәйбеҙ", - тинеләр. Документтарын юллағансы бер ай үтеп тә китте, ҡабат ауылына ҡайтты.
Йәмилде Сәлимәһе ишектән үк индермәне. Ишек төбөнә кейем-һалымын сығарып ырғытты.
- Миңә әрәмтамаҡ кәрәкмәй, бар, әсәңә ҡайтып йәшә! - тип ҡысҡырҙы.
Гүйә юха йылан ыҫылданы. Әсәһен төнөн ҡурҡытмайым әле тип, кәрәкле кейемдәрен генә алып, дуҫы Саматҡа китте. Хәлен аңлатҡас, дуҫы бот сабып аптыраны.
- Бына, баштан шаштырҙың һин уны. Аҡса эсендә йөҙә генә бит. Хәҙер ул бисә хатта беҙҙе лә танымай, танауын өҫкә күтәреп үтеп китә. Башҡа әйтерлек һүҙем юҡ. Дилбәгәңде оҙон ебәрҙең, хәҙер тота алмайһың. Күрҙеңме, уға һин кәрәкмәйһең, аҡса, аҡса кәрәк, тфү, - тип төкөрҙө лә, йәне көйөп ултырған еренән тороп уҡ китте. - Әҙерәк һиңә лә ирҙәрсә саңын ҡағып алыр кәрәк ине, - һаман ярһыны дуҫы.
Йәмил дуҫының өй буйлап тегеләй-былай йөрөгәненә башы әйләнеп киттеме:
- Ҡуй, Самат, урыныңа ултыр әле. Мин ауылда ҡалмаҫмын, яҡыныраҡ ҡала тирәһенән эш эҙләп ҡарайым. Йән биргәнгә йүн бирә, тиҙәр бит. Оялмайынса ир башым менән әсәйемдең бер пенсияһына ҡарап ятмайым, - тине.
Шулай итте лә – иртәгеһенә үк ауылдан сығып та китте. Ҡатыны шуны ғына көткәндәй, үҙенән ете йәшкә кесе бер ирҙе индереп тә алды. Ике малайы уҡып бөтөп, ситкә киттеләр. Ҡыҙы ауыл мәктәбендә уҡыуын дауам итте.
Йәмил китеп йыл да үтмәне, әсәһен ерләне. Ҡыҙын күрәм тип өйөнә барҙы... Ҡатыны теге ир алдында һығылып-бөгөлөп кенә тора. " Минең менән йәшәгәндә бер ҙә улай түгел ине!" - тип эстән үртәләнеп тә ҡуйҙы. Алыштырып ҡуйғандармы ни ҡатынын. Уға ҡарата бер ниндәй ҙә иғтибар юҡ ине был йортта. Такси саҡыртып, килгән еренә кире китте Йәмил.
Ауылдаштары зыяраттан ҡайтышлай үҙ-ара:
- Йәш бит әле, сәстәре ололарҙыҡы кеүек ап-аҡ, арҡаһы ла әҙерәк ҡайтышҡан һымаҡ. Анһат түгел, ғаиләмде туйындырам тип шундай хәлгә төшөүе. Уйлап ҡара, ғүмер буйы ҡырҙа, һыуыҡ, аслы-туҡлы. Ауылда бит иң беренсе булып ул йорт һалды. Хан һарайымы ни? Бисәһе ҡәҙерҙе белә торған кеше булып сыҡманы. Уның үҙен ҡыуып сығарырға ине. Их, иҫәр, бигерәк йыуаш шул беҙҙең Йәмил, - тиештеләр.
Ир танышлыҡ буйынса бер урынға ҡарауылсы булып урынлашты. Һаман ҡатынының: "Миңә әрәмтамаҡтар кәрәкмәй", – тигән һүҙе иҫенә төшөп йөрәген тырнаны. Уның алдында ул бер меҫкен ир булып сыҡты түгелме?
Ике яҡ килешеп, айырылышыуға ғариза яҙҙылар. Донъя бүлешкәндә Йәмил бер нәмәһен дә алманы.
- Балаларға булһын, минең был тормошта күпме генә ғүмерем ҡалған тиһең, - тине.
Бисәһе ирененең ситенән генә мыҫҡыллы йылмайып:
- Эшләгән аҡсаһын үҙенә йыймаған тиһеңме ул? Шуға ла эре сирттереп тора инде, - тине.
Ир ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшмәне, кепкаһын башына батыра биреп кейҙе лә, ҡулын һелтәп сығып китте. Бәлки һуңғы хушлашыуы ла ошо булғандыр.
Йәмил бер туған апаһы Нәсимәләрҙә торҙо. Ул да кесе улы Вәсим менән генә:
- Өй ҙур, ситтә йөрөмә, миндә йәшә, - тине апаһы. Үҙе эстән генә: " Үҙе һалған өйҙә рәхәтләнеп йәшәй ҙә алманы. Сит-яттарҙы хужа иттерҙе, бигерәк эскерһеҙ, тыныс кеше булыр икән", - тип ҡустыһын шул тиклем йәлләй ине.
Ҡапыл көндәр боҙолоп, ҡойоп йәшенле ямғырҙар яуырға тотондо. Бер аҙнанан Йәмилгә күңелһеҙ хәбәр килде: "Сәлимәләрҙең өйөнә йәшенле ут ҡапҡан. Яртыһы янып бөткән, ауылдаштары саҡ һүндереп алып ҡалғандар". Иргә өй түгел, ә балалары, ҡатыны ҡыҙғаныс ине. "Яндарына ҡайтырға, берәй нисек ярҙам итергә кәрәк. Әҙ булһа ла, шуларға тип йыйған аҡсам бар," - тип уйланы ул. Тиҙ генә өҫтөнә йылы кейемдәрен кейҙе лә автобус туҡталышына йүгерҙе. Ҡабат йөрәге сәнсеп ҡуйҙы: "Йүгергәнгәлер, хәҙер баҫыла ул", - тип үҙ-үҙен йыуатып ергә сүгәләне. Кемеһелер килеп:
- Мужчина вам плохо? - тине.
Йәмил "Юҡ" тигәнде аңлатып башын сайҡаны. Күҙен асҡанда, янында торған шәфҡәт туташы:
- Ағай, саҡ һуңламаның бит, тегендә китеп бара инең инде, - тине.
Йәмил ике көн тормаҫтан йоҡланы. Укол ҡаҙап киткәндәрен дә һиҙмәне. Һаташа башланы.
... Бына ул ауылға ҡарай юлын дауам итә. Яр ҡырына килеп сыҡты. Ә аҫта упҡын... Туҡта, упҡын эсенә төшөп бара түгелме? Тау башында Сәлимәһе тора.
- Ҡотҡарығыҙ!
Нишләп ишетмәй уныһы?
– Зинһар, ҡулыңды бирсе! Түбәнгә тәгәрәйем бит! - тип ҡысҡыра Йәмил .
Шул ваҡыт ҡатыны ҡулын һуҙа. Әллә тартып сығармаҡсы? Тик буйы ғына етмәй шул. Йәмилде упҡын үҙ ҡосағына алды.
Иртәгеһен Нәсимә апаһы, улдары уның һыуынған кәүҙәһен ҡосаҡлап илайҙар ине.
Венер Исхаҡов.
  • Читайте нас: