Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
8 Ноябрь 2020, 12:52

Һөйөнсө! "Әсәлек капиталы"ның күләме арта!

Киләсәктә ул йыл һайын күтәреләсәк, тине Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина.

Киләсәктә Әсәлек капиталы күләме йыл һайын күтәреләсәк, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы. Быға тиклем ведомствоның матбуғат хеҙмәте Әсәлек капиталының, инфляция кимәленән сығып, 3,7 процентҡа индексацияланыуы хаҡында белдергәйне. Киләсәктә ул йыл һайын күтәреләсәк, тине Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина Бөтә Рәсәй “Балалар өсөн бергә! Партнерлыҡтың төп программалары” форумында. Әйткәндәй, Әсәлек капиталы – ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа уңышлы ашырған программа. 2007 йылдан был ярҙамға икенсе һәм артабанғы балаһы тыуған йәки уллыҡҡа алынған һәм тағы, быға тиклем Әсәлек капиталы рәсмиләштерелмәһә, һәр киләһе бала өсөн ғаиләнең хоҡуғы бар. Өҫтәүенә быйылдан беренсе сабыйы тыуған ғаиләләр ҙә ошондай хоҡуҡтан файҙалана башланы. Әйткәндәй, беренсе сабый 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған осраҡта Әсәлек капиталы суммаһы 466 617 һум тәшкил итә. Ә икенсе һәм артабанғы балалары 2020 йылдан һуң тыуған ғаиләләр өсөн Әсәлек капиталы 150 мең һумға арттырыла, тип хәбәр итә “ТАСС” мәғлүмәт агентлығы. Йәғни тәүге балаһына 466 617 һум капитал алған ғаиләләр, икенсегә атай-әсәй булған осраҡта, 150 мең һум күләмдәге өҫтәмәне алыу хоҡуғына эйә. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: nashikigi.rbsmi.ru Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: