Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
5 Август 2020, 11:35

Автоинформатор түләү хаҡында хәбәр итәсәк

4 августан башлап 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр тәғәйенләү тураһында мөрәжәғәт иткән граждандарға ғаризаны ҡарау һәм уның һөҙөмтәһе тураһында мәғлүмәтте автоинформатор хәбәр итәсәк. Телефондарығыҙ эшләһен.

Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге менән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе Күп функциялы үҙәк араһында граждандарға автоинформатор аша мәғлүмәт биреү буйынса дәүләт контракты төҙөлгән.
4 августан башлап 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр тәғәйенләү тураһында мөрәжәғәт иткән граждандарға ғаризаны ҡарау һәм уның һөҙөмтәһе тураһында мәғлүмәтте автоинформатор хәбәр итәсәк. Бындай хеҙмәттәшлек тәжрибәһе беҙҙә бар.
Күп функциялы үҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, көнөнә ике-өс мең кешене иҫкәртеп буласаҡ. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәтте ваҡытында алыу өсөн ғариза яҙыусыларҙан телефондарына шылтыратыу мөмкинлеген тәьмин итеүҙәрен һорай. Автоинформатор ниндәй сәбәптәр арҡаһында ғаризаны ҡарауҙың һуҙылыуын аңлатасаҡ. Сәбәптәрҙең төрлөсә булыуы мөмкин: ведомство-ара запростарға яуап алынмауы, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән яуап көтөлөүе, төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәрҙә айырмалыҡтар булыуы, алимент бурыстары буйынса мәғлүмәттәр кәрәклеге.
Иҫегеҙгә төшөрөбеҙ, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр алыу өсөн 2020 йылдың аҙағына тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Түләүҙәр суммаһы мөрәжәғәт итеү датаһына бәйле түгел, бөтә сумманы 2020 йылдың 1 ғинуарынан башлап алырға мөмкин.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Avtoinformator-t-l--ha-inda-h-b-r-it-s-k-395813/
Читайте нас: