Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
18 Май 2020, 14:59

Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә айлыҡ түләүҙәр

Өс йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә - айлыҡ һәм өс йәштән алып 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр 10 мең һум күләмендә пособие алыу тәртибе тураһында аңлатып китеүен һорап, район Пенсия фонды идаралығы начальнигы Зөлфиә Ҡотлоеваға мөрәжәғәт иттек.

- Зөлфиә Хәмит ҡыҙы, 5 мең һум күләмендә ай һайын бирелеүсе түләү кемдәргә тейешле?
- Был пособиеға өс йәшкә тиклемге балалары булған барлыҡ ғаиләләр хоҡуҡлы. Һәр сабыйға айына 5-әр мең һум түләнә
- Әсәлек капиталына хоҡуғы булмаған ғаиләләр айлыҡ түләүгә дәғүә итә аламы?
- Эйе. Президенттың 2020 йылдың 11 майындағы 317-се Указына ярашлы, ай һайын бирелеүсе түләүгә хоҡуҡ киңәйтелде һәм ул бынан ары Әсәлек капиталына хоҡуҡ менән бәйле түгел.
- Ата-әсәләрҙе борсоған һорауҙарҙың иң таралғандарының береһе – был түләүҙәргә нисек ғариза бирергә?
- Аҡсаны алыу өсөн ағымдағы йылдың 1 октябренә тиклем Дәүләт хеҙмәте порталында шәхси кабинетта йәиһә Пенсия фондының рәсми сайтында ғариза биреү етә. Ғариза биреүсенең СНИЛС номеры һәм түләү киләсәк банк картаһы номерын күр­һәтелергә тейеш. Башҡа бер ниндәй ҙә өҫтәмә документтар кәрәкмәй, Пенсия фонды бар мәғлүмәтте үҙе табасаҡ. Ғаризалар шулай уҡ Пенсия фондының территориаль идаралыҡтарында ҡабул ителә. Шуныһын хәтерҙә тотоғоҙ, коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында Пенсия фондына тик алдан яҙылып ҡына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
- Ата-әсәнең ҡайһыһы айлыҡ түләү һорап ғариза бирә ала?
- Әсәлек капиталына сертификат булған осраҡта ғаризаны сертификат эйәһе бирергә тейеш. Әгәр бала берҙән-бер һәм әсәлек капиталына хоҡуҡ юҡ икән, ата-әсәнең икеһенең береһе ғариза бирә ала. Атай ҙа, әсәй ҙә ғариза бирһә, түләүҙе алдараҡ ғариза биргәне ала.
- Айлыҡ түләү күпме ваҡыт эсендә киләсәк?
- Аҡсалар һәр балаға 2020 йылдың апреленән июненә тиклемге осорға айына бер тапҡыр бирелә. Ғаризаны 30 июндән һуң бирһәң, аҡса тотош осор өсөн бер юлы түләнәсәк.
- Зөлфиә Хәмит ҡыҙы, бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум пособие тураһында аңлатып үтһәгеҙ ине. Был аҡсаны кемдәр аласаҡ?
2004 йылдың 11 майынан 2017 йылдың 30 июненә тиклем тыуған һәр бала өсөн 10 мең һум түләнәсәк. Әгәр ғаиләлә 3 йәштән 16 йәшкә тиклем бер бала булһа, 10 мең һум түләнәсәк, ике балаға – 20 мең һәм артабан шулай. Шуны ла әйтеп үтер инем, өс йәшкә тиклемге балаларығыҙ икәү һәм унан күберәк икән, дөйөм ғариза яҙыла.
- Түләүҙәр ғаилә килеменә бәйлеме?
- Был түләүҙе алыр өсөн килем, эш һәм хеҙмәт хаҡы алыу, ниндәй ҙә булһа пенсия, пособие, социаль түләүҙәр һәм башҡа күрһәткестәр иғтибарға алынмай, ярҙам һәр балаға күрһәтеләсәк.
- Түләүҙәрҙе алыу өсөн нисек ғариза бирергә?
- Бындай түләүҙе алыу өсөн ағымдағы йылдың 1 октябренә тиклем дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирергә (https://posobie16.gosuslugi.ru) кәрәк. Башҡа бер ниндәй ҙә өҫтәмә документтар талап ителмәй. Ғаризалар шулай уҡ Пенсия фондының терри­ториаль идаралыҡтарында ҡабул ителә.
- Ғаризаға ыңғай яуап булғанда аҡсаны ни рәүешле ала аласаҡмын?
- Айлыҡ түләү бары тик ғариза биреүсенең банк иҫәбенә, ғаризала күрһәтелгән реквизиттарға ярашлы ғына күсерелә. Коронавирус киҙеүе таралыу шарттарында почта элемтәһе ойош­малары аша таратылмай, сөнки был осраҡта аҡса алыусы менән илтеүсегә яҡындан аралашырға тура килә.
- Зөлфиә Хәмит ҡыҙы, балаға апрел­дән июнгә тиклемге арауыҡта өс йәш тулһа, айлыҡ түләүҙе лә, бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙе лә алып буламы?
- Эйе, була. Балаға апрелдә өс йәш тулһа, ғаилә апрель өсөн 5 мең һумлыҡ айлыҡ түләүҙе һәм 1 июндән һуң бер тап­ҡыр бирелеүсе 10 мең һумды ала ала. Әгәр балаға июндә өс йәш тулһа, ғаилә апрель, май, июнь өсөн 5-әр мең һум (бө­тәһе 15 мең һум), бынан тыш 1 июндән һуң йәнә бер тапҡыр бирелеүсе 10 мең һумды алыу мөмкинлеге бар.
- Ғариза биргәндә нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
- Ярҙам Рәсәй Федерацияһы граж­дандарына күрһәтелә. Граждан РФ граж­данлығынан сыҡҡан икән, уға түләү бирелмәй. Әгәр һеҙ Рәсәй Фе­де­рацияһы гражданы булып та, мәҫәлән, Ҡаҙағ­станда йәшәһәгеҙ, айлыҡ түләү бирел­мәй. Хөрмәтле ата-әсәләр, ға­ризала ба­ры тик ғариза биреүсенең банк иҫәбе мәғлүмәт­тәрен күрһәтергә кәрәк. Түләү бүтән кешенең иҫәбенә күсе­рел­мәй. Әгәр ғариза биргәндә башҡа банк рекви­зиттары күрһә­телгән булһа, үҙеңдең реквизиттар менән яңы ғариза бирергә мөмкин. Айырым опе­кун­­дарға мөрә­жә­ғәт итәм. Һеҙ ғаризаны Пенсия фон­дының территориаль органына шәх­сән тапшырып, айлыҡ һәм бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙе ала аласаҡ­һығыҙ. Шуны ла әйтеп үтергә теләйем. Түләү түбәндәге осраҡтарҙа бирелмәй: ғари­за биреүсенең балаға ҡарата ата-әсәлек хоҡуғы сикләнһә йәки был хоҡуҡтан мәхрүм ителһә; айлыҡ түләү алыуға хоҡуҡ биргән бала үлһә; дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр тапшырылһа.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Әлфиә ӘХМӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.
Читайте нас: