Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иң тәүҙә – әлегәсә ярҙам алмағандарға

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы коронавирус таралыуы арҡаһында ауыр тормош хәленә юлыҡҡандарға 70 дана аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләне.

Уларҙың бер ни тиклеме Башҡортостан дәүләт медицина университеты ирекмән-медиктарына һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ирекмәндәре штабына артабан мохтаждарға таратыр өсөн тапшырылған.
Әле Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары ярҙамында мохтаж булғандарҙың исемлеге төҙөлә, сөнки улар үҙ ҡарамағындағы кешеләр менән аралаша һәм тормош хәлдәрен эстән белә. Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылған "Демография" милли проектының "Социаль активлыҡ" проекты сиктәрендә иң тәү сиратта үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда әлегәсә ярҙам алмаған оло йәштәгеләргә, аҙ килемлеләргә, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, яңғыҙ әсәләргә, эшһеҙҙәргә ярҙам күрһәтеләсәк.
Сифаты ентекләп тикшерелгән аҙыҡ-түлекте һәм Палата рәйесе ҡул ҡуйған күңелде күтәргән открыткаларҙы яҡын көндәрҙә Иглин һәм Дәүләкән райондарында, шулай уҡ Өфөлә таратасаҡтар. Йыйылмала көнбағыш майы, өс ҡап макарон аҙығы, өс ҡап ярма, печенье һәм бер дана быҡтырылған ит консерваһы бар.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/I-t----leg-s-yar-am-alma-andar-a-253990/
Читайте нас: