Даирә
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шәмбе ҡунағы
1 Апрель 2019, 11:03

Архив – ул хәтер һәм хазина

Муниципаль район хакимиәте архивында - район тарихы. Унда оҙаҡ йылдар тупланған рәсми документтар һаҡлана. Үткән ваҡиғаларҙы тергеҙеү өсөн күптәр бында килә. Ғөмүмән, архив документтарҙы һаҡлауға, тулыландырыуға һәм ҡулланыуға йүнәлтелгән. Был эштең барышы, документтарҙы һаҡлау һәм башҡа һорауҙар тураһында район хакимиәтенең архив бүлеген 17 йылдан артыҡ етәкләгән Альбина Рафиҡ ҡыҙы Мәсәғүтова менән әңгәмәләштек.
- Альбина Рафиҡ ҡыҙы, Һеҙгә ниндәй һорауҙар менән киләләр һәм йыш мөрәжәғәт итәләрме?
- Архив документтар дәүләткә, йәмғиәткә һәм, әлбиттә, халыҡҡа хеҙмәт итә. Шуға ла мөрәжәғәттәр күп. Уҙған йылда беҙгә 2148 социаль-хоҡуҡи, 13 тематик, 3 генеологик һорау менән кил­деләр. Бөтә һорауҙарҙың 78 про­цен­тына яуап электрон формала бирелде. Иң күп һорауҙар – стажды, эш хаҡын, милекте, фактик йәшәүҙе раҫлау ха­ҡында. Фәнни эш менән шөғөл­ләнеү­селәр ҙә йыш мөрәжәғәт итә, сөнки архив документ­тарҙы ҡулла­нып, дип­лом һәм тик­шеренеү эштәре яҙыла. Шулай уҡ китап сығарыуға ла ярҙам итәбеҙ.
- Шәжәрә төҙөү буйынса ла һеҙгә мөрәжәғәт итергәме?
- Әлбиттә. Беҙҙең бүлеккә райондан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә киләләр. Былтыр хатта шәжәрә төҙөү өсөн тамырҙары райо­ныбыҙҙа булған Англия кешеһен хеҙмәтләндерҙек.
Ғөмүмән, беҙҙең архивтағы иң тәүге документ - ул саҡтағы Күлләр ауыл Советының “Хужалыҡ китабы” (“Похо­зяйственная книга”). Ул 1936 йылда барлыҡҡа килә. Ә 2001 йылға тиклем бындай доку­менттар архивта булһа, 2002 йылдан алып ауыл Совет­тарында һаҡлана. Ә 1936 йылға тиклемге ваҡиғаларҙы белеү өсөн БР Милли архивына (Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы, 4) мөрәжәғәт итергә кәрәк.
- Элекке колхоздар бөттө. Әгәр ҙә пенсияға сыҡҡанда унда эшләгән йылдар кәрәк булһа, һеҙгә мөрәжәғәт итергәме?
- 2011 йылда Рәсәй Пенсия фонды һәм Башҡортостан бүлеге араһында электрон рәүештә мәғлүмәт алыу тураһында килешеү төҙөлә. Ошо нигеҙ­ҙә Пенсия фонды кәрәкле до­кумент­тарҙы элек­трон почта аша һората. Пен­сияға сығыр алдынан кешегә теге йәки был документ, йә эшләгән урыны тураһында мәғлүмәт етеп бөтмәй икән, бының өсөн архивҡа килеүҙең кәрәге юҡ. Барыһын да Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре һората ала, был эште күпкә тиҙләтә, халыҡ өсөн дә уңайлы.
- Әгәр ҙә документтар ситтәге башҡа төбәктең архивтары менән бәйле икән, был саҡта мәғлүмәтте һеҙ һоратып алырға тейешме?
- Запросты беҙ эшләмәйбеҙ, әммә адрес буйынса белешмә, ориентир бирәбеҙ, йәғни, мәғлүмәттең ҡайҙа булыуы тураһында хәбәр итәбеҙ. Оло кешеләргә иһә ярҙам йөҙөнән үҙебеҙ ҙә юллайбыҙ.
- Дөйөм алғанда, ниндәй күләмдәге документтар менән эшләйһегеҙ? Эш өсөн нимәләр бар?
- Бөгөнгө көнгә архивта 42 мең 157 берәмек документ иҫәпләнә. Был 131 фонд, шул иҫәптә 102 - идара итеү, 13 – шәхси сығыш (билдәле шәхестәр), 16 – шәх­си состав (ликви­дацияланған ойош­малар, предприятиелар, учрежде­ниелар) бу­йын­са. Бө­гөнгә сығанаҡтар исемле­гендә 46 ойошма комплектация­лана. Уларҙан 22 ойошманың архив өсөн айырым бинаһы (уларҙа эш башҡарыуға һәм архив эшенә яуаплы кеше бил­дәләнгән), ә берәүҙең (үҙәк дауахана) штатында хеҙмәткәр - архивариус бар. Ә беҙҙең архивта ике хеҙмәткәрбеҙ.
- Архивтарҙағы ҡағыҙҙар һарғая, янғын сығыу хәүефе лә бар. Ҡағыҙҙарҙы һаҡлау буйынса ниндәй саралар күрелә?
- Беренсенән, архивта документ­тар­ҙы һаҡлау өсөн бөтә шарттар ҙа бул­дырылған. Температура-дымлылыҡ ре­жим нормаға ярашлы, ул электрон рәүештә фикса­циялана. Доку­мент­тарҙың 90 проценттан күберәге махсус ҡаптарға һалынған. Янғын сыҡҡанда ла шундай ҡаптарҙа хәүеф аҙ. Һуңғы йылдарҙа яңы технология буйынса әлегә айырыуса мөһим до­кумент­тар­ҙы цифрлаштырыу башланды. Бының өсөн бөтә кәрәкле аппаратура алынды.
- Райондың ҡайһы бер шә­хестәре шәхси документ­та­рын район архивына тап­шы­рырға теләһә, ҡабул итәһегеҙме?
- Әлбиттә, ҡабул итәбеҙ. Районыбыҙ тарихына ингән һәр мәғлүмәт ҡәҙерле. Уларҙы киләсәк быуындарға һаҡларға һәм еткерергә кәрәк. Архив кешелектең белем сығанағы, үткәндәр менән киләсәкте бәйләүсе булып тора. Халҡы­быҙҙың бер ниндәй хаҡ ҡу­йылмай торған байлығын туп­лау, һаҡлау, уларҙы байы­тыу, кәрәк икән ҡағыҙҙарға рес­тав­рация яһатыу - беҙҙең буры­сыбыҙ ул.
- Һеҙгә ниндәй көндәрҙә мөрәжәғәт итергә була?
- Һәр аҙнала шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә 9.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем ҡабул итәбеҙ. Һорауҙарҙы Рәсәй почтаһы һәм электрон почта аша ла ебәрергә мөмкин. Беҙҙә ике көн – шишәмбе һәм йома көндәрендә тик­шере­неүселәр эшләй.
- Архивсы ниндәй булырға тейеш?
- Уға тарихсы ла, тел белгесе лә, психолог та булыу зарур. Иң мөһиме, эшеңде яратырға, түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк. Беҙҙең ҡараштан, ярҙамдан, йүнәлеш биреүҙән артабанғы эштең һөҙөмтәһе тора. Мөрә­жәғәттәрҙе ҡәнә­ғәтләндереү өсөн һәр кемгә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ.
- Альбина Рафиҡ ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Фәниә Сәлимгәрәева әңгәмәләште.
Читайте нас в