Яҡты маҡсаттар, яңы идеялар менән яна
Радмир Рәжәп улы был юлы ла “Изге яҙылыу” акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы биш яугирҙең ғаиләһенә ярты йылға “Даирә” гәзитен бүләк итте.
- Махсус хәрби операцияға һәр кем үҙенең мөмкинлегенә ҡарап ярҙам итергә тейеш тигән фекерҙәмен. Кемдер бөгөнгө көндә ут аҫтында, ә беҙ еңеүҙе яҡынайтыр өсөн бында ҙур тырышлыҡ күрһәтергә, әҙ генә булһа ла өлөш индерергә бурыслыбыҙ. Илебеҙҙең гражданы булараҡ, был изге эштән мин ситтә ҡалғаным юҡ, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышам. Илде һаҡлаусы яҡташтарым үҙҙәре лә, уларҙың ғаиләләре лә үҙ туған телендә сыҡҡан, яратҡан гәзитебеҙ “Даирә”не уҡып, район яңылыҡтары менән танышып торһа, үҙе бер ҡыуаныс бит. Был изге акцияны киләсәктә лә дауам итәсәкмен, - ти ул был хаҡта.
Радмир Исламов Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булараҡ бөгөнгө көндә яҡты маҡсаттар, яңы идеялар менән янып йәшәй.
- Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡларға һәм артабан үҫтерергә. Районыбыҙ ваҡиғалары, бында йәшәгән данлыҡлы кешеләре, күркәм ғаиләләре тураһында беҙ барыбыҙ ҙа “Даирә” гәзите аша танышабыҙ. Шуға күрә үҙен башҡорт тип һанаған һәр кеше туған телендә сыҡҡан был гәзитте алдыра. Мин үҙем гәзиттең һәр һанын яратып уҡып барам, коллективымды ла яҙҙырам. Киләсәктә бергәләшеп төрлө саралар, конкурстар үткәреп, гәзитебеҙ данын, абруйын тағы ла юғарыраҡ күтәрергә тигән пландар менән йәшәйем, - тигән фекерҙәре менән бүлеште ул.
Уның был яҡшы башланғыстары “Даирә” менән берлектә яҡын киләсәктә тормошҡа ашырылыр, тип ышанабыҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.