Ул шулай уҡ байтаҡ йылдар Ҡырмыҫҡалы ауылында “ТЕХОСМОТР 24/7” техосмотр станцияһын да етәкләй.
Айрат Рәхмәтулла улы махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт иткән өс яугирҙең ғаиләһенә “Даирә” гәзитен бүләк итте. Изге күңелле етәксенең ярҙамы менән Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Әлфиә Бикташева, Нурсилә Ҡаһирова, Үрге Төкөндән Сажиҙә Байғусҡаровалар яңы йылдан һуң да беҙҙең менән бергә ҡаласаҡ.
- “Изге матбуғатҡа яҙылыу” акцияһына мин дә үҙ өлөшөмдө индерергә булдым. Киләһе ярты йыллыҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы патриотик рухлы егеттәрҙең ғаиләләре туған телдә сыҡҡан район баҫмаһын алдырасаҡ.
Әйткәндәй, минең бер туғаным Азат Ғирфатов та мобилизацияның тәүге көндәренән үк махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Шуға күрә, яҡындарының хәлен яҡшы аңлайым. Иң мөһиме, ир-егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар, - тине ул.
Был акцияға ҡушылыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын.