Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең менән!
Иҫке Муса һәм Шайморатов ауылдарының үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары Илтуған ауылы клубында “Беҙ һеҙҙең менән” тип исемләнгән хәйриә концерты ойошторҙолар.
Сараға килгән тамашасылар берсә моңланып, берсә һағышланып, берсә дәртләнеп, күңелдәренә матур ял алдылар. Фольклор коллективтары ауыл халҡын яратҡан йыр-моңдары һәм бейеүҙәре, ә баянсылар сихри көйҙәре менән һөйөндөрҙө. Сәхнәләге һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде, күҙҙәргә йәштәр тулды. Айырыуса Нурия Хәбибуллина, Роза Әбдиева, Наилә Ғөзәйерова, Гөлназ Абҙанова, Алһыу Насирова һәм башҡалар башҡарыуындағы йырҙар һәм бейеүҙәр тамашасы күңеленә хуш килде. Сарала ҡатнашыусылар тын ҡалып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы оло ғорурлыҡ менән иҫкә алды. Залда ултырыусыларҙың күп булыуы халҡыбыҙҙың берҙәм икәнлегенә асыҡ миҫал булып тора. Сараға килгән һәр кем һуғыштағы егеттәребеҙгә ярҙам итер өсөн аҙ булһа ла үҙ өлөшөн индерҙе. Ә инде концерт алдынан фойелағы осрашыуҙар, ихлас күрешеүҙәр, халыҡтың дуҫлығын, берҙәмлеген күрһәтте. Мин бындай саралар, кисәләр кәрәктер, тип уйлайым, сөнки улар халыҡты берләштерә, рухи байлыҡтарын арттыра. Ауыр ваҡытта үҙ илең һәм халҡың менән бергә булыу, ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итеү – ысын патриотлыҡ ул. Илтуған ауылында ойошторолған хәйриә концерты ла еңеүгә бер өлөш булды. Концерттан йыйылған аҡсаға махсус хәрби операция өсөн окоп шәмдәре эшләү өсөн парафин алырға ҡарар ителде. Донъяларға тыныслыҡ, илебеҙгә именлек килһен! Ир-егеттәр иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар!
Венера БАҠЫЕВА.