Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
20 Декабрь 2023, 11:44

Өҙөп-өҙөп эсең бошһа, үҙ-үҙеңә урын тапмаһаң…

Был саҡта тик бер нәмә ярҙам итә!

Өҙөп-өҙөп эсең бошһа, үҙ-үҙеңә урын тапмаһаң…
Өҙөп-өҙөп эсең бошһа, үҙ-үҙеңә урын тапмаһаң…

Өҙөп-өҙөп эсең бошһа, үҙ-үҙеңә урын тапмаһаң… ҡулыңды онға тыҡ! Эйе-эйе! Ҡояш кеүек һары йомортҡа һыт, аҡтан-аҡ һөт өҫтә һәм… бәлеш бешер!
Еләктәнме, иттәнме, ҡамырын сөсөләйме, йә әсетепме, бәләкәйме-ҙурмы, өләсәйең өйрәткәнсәме, әллә инде интернеттан алынған рецепт буйынсамы — улары мөһим түгел. Бында мәғәнә икенселә…

Мейес алдына ултыр ҙа ҡамырҙың күтәрелеүен күҙәт, бешкән ризыҡтың тәмле еҫен той. Ошо еҫ менән бергә өйөңә ҡот ҡуныр, күңелеңә лә һиллек килер. Һиҙәһеңме, ҡайһылай йәмле булып киткәнен! Хатта бесәй ҙә мырлай-мырлай ойоп китте. Бөтә донъя тынып ҡалғандай! Урамдағы ел дә, хатта күктәге йондоҙҙар ҙа тоя кеүек өйҙәге татлы еҫте. Өйҙәгеләр ҙә шым ғына бәлеш бешкәнен көтә. Күңелдәр яҙыла…

Өҙөп-өҙөп эсең бошһа, үҙ-үҙеңә урын тапмаһаң… бәлеш бешер! Үҙең аша, яҡындарыңды һыйла. Ҡасан булһа ла барыһы ла үҙ урынына ултырасаҡ. Төндән һуң һәр саҡ көн тыуа. Ә әлегә… бәлеш бешер!..

Альбина Фәйзуллина.

 

https://vk.com/beauty_blog19?w=wall-59192618_18788 

Автор:
Читайте нас: