Улар мәрхәмәтле, киң күңелле булыуҙарын белдереп, егеттәребеҙҙең яҡындарына үҙҙәренең иғтибарын күрһәтте. Беҙҙең районда изге эстафетаны Тимерғәле Ураҙғолов һәм Юлия Краснова башлап ебәрҙе. Уларға Илдар Кучаев, Дамир Насиров, Морат Усманов, Зарема Уразаҡова, Ярослава Пилипко, Зөһрә Әсфәндийәрова, Рәйеф Хәлитов, Илгиз Бикҡужиндар ихлас ҡушылды.
Иғәнәселәр ярҙамында киләһе ярты йыллыҡта барлығы 27 яугирҙең ғаиләһе район гәзитен уҡыясаҡ. Улар араһында Ҡарлыман ауылынан Гөләмдәр Юлмөхәмәтова ла бар.
- Район гәзитен хәреф таный башлағандан бирле уҡыйым. Элек ата-әсәйем яҙылһа, артабан ғаилә ҡорғас, гәзиткә тоғро ҡалдым.
“Даирә” гәзитенең һәр һанын көтөп алам, һәр мәҡәләне яратып уҡыйым. Бигерәк тә яҡташтарыбыҙ ижад иткән шиғырҙар, хикәйәләр күңелемә яҡын. Әҙәбиәткә һөйөү беҙҙең электән килә. Шағир Шәриф Бикҡол - атайымдың бер туған ҡустыһы. Уның шиғырҙарын уҡып үҫтем һәм әле лә уларҙы ҡабат-ҡабат уҡыйым.
Әлеге мәлдә улым Илфат махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Изге күңелле кешеләрҙең яугирҙәрҙең ғаиләләренә бүләк итеп гәзиткә яҙҙырыуҙары күңелгә йылылыҡ бирә. Миңә һәм бер нисә ауылдашыма гәзиткә яҙылыуҙа ярҙам иткән шәхси эшҡыуар Морат Усмановҡа ҙур рәхмәтлемен. Уға эшендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем, - ти ул.
Фәниә Сәлимгәрәева.