-4 °С
Болотло
Һеңлеһе, өс бала әсәһе Диана фажиғәле һәләк булғандан һуң Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев балаларҙың артабанғы яҙмышы өсөн ул да яуаплы булыуы, һәр йәһәттән ярҙам итәсәге хаҡында әйткәйне.
Әле ул Диананың улдары янына ҙур бүләктәр – үҙйөрөшлө уйынсыҡ машиналар, күстәнәстәр алып барған.
“Хәҙер улар – минең балаларым”, тип яҙғайны Әнүәр Нурғәлиев.
Сабый шатланһа, бөтә донъя шатланыр, ти халыҡ. Диананың яҡындарына сабыйҙарҙы яҡшы, лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләргә яҙһын!
Сығанаҡ: vk.com/bstnews
Фото: видеонан скриншот.