Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
15 Ғинуар 2023, 11:50

Бына һиңә мөғжизә!

Хәле һәйбәтләнеп килһә лә, ҡоралай бер кемде лә үҙенә яҡына ебәрмәй, кәйефһеҙ, барыһынан ситләшә. Ә бына Ҡарһылыу булып кейенгән ҡыҙ уның күңеленә асҡыс таба!

Бына һиңә мөғжизә!
Бына һиңә мөғжизә!

Эвелина Исламғазина Салауат районының Яҙғыйорт ауылында йәшәй. Яңы йылда ул яраланған ҡоралай балаһы менән осрашып, көслө тәьҫораттар кисерә. Ҡыҙ был хәлде мөғжизә тип атай.

Эвелина һөйләүенсә, ул әсәһе менән Силәбе өлкәһендәге ауылдарҙың береһенә ҡунаҡҡа килә. Бында йәшәгән туғандары ауырыу ҡоралай балаһын ваҡытлыса тәрбиәгә алған була. Хәле һәйбәтләнеп килһә лә, ҡоралай бер кемде лә үҙенә яҡына ебәрмәй, кәйефһеҙ, барыһынан ситләшә. Ә бына Ҡарһылыу булып кейенгән ҡыҙ уның күңеленә асҡыс таба!

Тиҙ арала дуҫлашып, бергә уйнайҙар, һикерәләр, сабалар - бына һиңә мөғжизә, тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите. Тик, күп тә үтмәй, нығынып алған ҡоралай балаһы, кәртә аша һикереп сығып, башын сайҡай-сайҡай кешеләргә рәхмәтен белдереп, урманға юл тота...

Фото Эвелина Исламғазинаның шәхси архивынан.

https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-01-13/ar-ylyu-oralay-y-k-elen-yaula-an-3104914?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Автор:
Читайте нас: