Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
30 Ноябрь 2020, 18:43

Етемдәрҙең хәле нисек?

Ни өсөн етемдәрҙең күбеһен ғаилә тәрбиәһенә биреү мөмкин түгел? Баҡһаң...

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер мөһим мәсьәлә етем балаларға ҡағылды. Был турала вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне. Уның белдереүенсә, беҙҙә етем балалар һаны кәмегән. Мәҫәлән, 2018 йылда уларҙың һаны 13130 булһа, былтыр – 12772, быйыл – 12144. Етемдәрҙең 91 проценты (11 меңдән ашыу бала) ғаиләләрҙә, ҡалғандары – тулыһынса дәүләт тәьминәтендә булған интернат һәм белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнә. Башҡортостанда етемдәр өсөн 21 учреждение бар, уларҙың 17-һе министрлыҡ ҡарамағында. Быйылғы йылдың тәүге ун айында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 812 бала асыҡланған. Уларҙың 76 проценты ғаиләләргә урынлаштырылған, ҡалғандары – приюттарҙа. Быйыл иң күп етемдәр Стәрлетамаҡ районында (55 бала), Мәләүез районында (28 бала), Бәләбәй районында (28 бала) һәм Ишембай районында (20 бала) асыҡланған. Ленара Иванова белдереүенсә, беҙҙең республика был йәһәттән ойошторолған эш буйынса илдә тәүге урында. Тик етемдәрҙе ғаиләгә урынлаштырыу йәһәтенән проблемалар бар. Мәҫәлән, йәш кимәле. Буласаҡ ата-әсә бәләкәй баланы уллыҡҡа алырға теләй. Ә приюттағы етемдәрҙең 53 проценты – 14 йәштән өлкәндәр. Икенсе критерий – баланың һаулығы. Башҡортостан етемдәренең 34 проценты – сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгәндәр. Өсөнсөһө – бер туған ағай-апайҙарының булыуы. Бындай балалар 30-40 процент тәшкил итә. Әйткәндәй, баланы уллыҡҡа алған ғаиләләргә әсәлек капиталы кимәлендә пособие түләнә. Әгәр улар инвалидҡа йөрәк йылыһы бүләк итһә, сумма 100 мең һумға арта. Быйыл ғаиләләр 1583 бала өсөн түләүҙәр алған, уларҙың 106-һы – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн. Республика был тармаҡта эште ойоштороу буйынса алдынғы төбәк булһа ла, министр белдереүенсә, баланы уллыҡҡа алған ғаиләләргә комплекслы ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бер ни тиклем проблемалар ҙа бар. "Беҙ был мәсьәләне киләһе йылға хәл итергә һәм ошондай ғаиләләргә ярҙам системаһын булдырырға йыйынабыҙ", – ине Ленара Иванова. Етемдәргә ярҙам итеү маҡсатында улар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү механизмын кире ҡарағандар. “Алға” транспорт картаһы булышлығында быны эшләү күпкә еңелерәк буласаҡ. Өҫтәүенә өс йәшкә тиклемге барлыҡ етемдәр ҙә, ғаиләнең килеменә ҡарамай, быйыл июлдән бушлай һөт кухняһы тауары менән тәьмин ителә. Радий Хәбиров опека һәм попечителлек органдары хеҙмәткәрҙәренә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм, бөгөн Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Совет ултырышында Башҡортостан был йәһәттән үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, тине. Фото: gorobzor.ru Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: