Ләкин, күмәк балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә үҙ аллы мәктәп формаһы, спорт кейеме, уҡыу кәрәк-яраҡтары алыу матди яҡтан ауырға төшә. Шуға күрә районда һәр йылдағыса “Мәктәпкә барырға ярҙам ит” акцияһы иғлан ителде. Иң тәүгеләрҙән булып, акцияға бар яҡлап та әүҙем ҡарашлы ауылдашыбыҙ Әхәт Нурышев ағай ҡушылды. Ул 400 дана дәфтәр һатып алып, акцияны ойоштороусыларға илтеп тапшырҙы.
- “Яңы уҡыу йылынан уҡыусыларыбыҙ компьютер алдарында түгел, ә парта артында уҡыһын, Амин!”, - тигән теләктәрен дә еткерҙе ул.
Яман сир артҡа сигенеп, Әхәт ағайҙың теләктәре ҡабул булһын, ә акцияға башҡалар ҙа дәррәү ҡушылһын.
Гәлсәсәк Аласова.