Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсеү
4 Май 2023, 16:02

Республикала яҙғы сәсеү экваторҙы үтте

Башҡортостанда сәсеү экваторҙы үтте.

Республикала яҙғы сәсеү экваторҙы үтте
Республикала яҙғы сәсеү экваторҙы үтте

Башҡортостанда сәсеү экваторҙы үтте. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә аграрийҙар баҫыуҙарҙың 51,4% яҙғы культуралар сәскән. Был иһә 1 миллион 84 мең гектар.

«Бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар, мал аҙығы, техник культуралар сәсәбеҙ. Илеш, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө, Ауырғазы, Әлшәй райондарында эштәр тамамланыуға табан бара — 73-84% үтәлгән», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

Быйыл яҙғыһын көндәрҙең йылы тороуы баҫыуға ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдараҡ сығырға мөмкинлек бирҙе, тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-05-04/posevnaya-v-bashkirii-preodolela-svoy-ekvator-3244684

Автор:
Читайте нас: