Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсеү
21 Апрель 2021, 15:27

Мул уңышҡа нигеҙ һалыу сере

Баҡса эштәре башлана. Помидор, ҡыяр үҫентеләрен теплицаға сығарабыҙ. Мул уңыш алыр өсөн бор менән туҡландырыу хаҡында беләһегеҙме?

Бор етмәһә, үҫемлектәрҙең буйға үҫкес остары, тамырҙары, үренделәре һәләк була. Сәскә­ләнеүгә зыян килә, шуға уңыш кәмей, йәшелсә-емештә аҡһым, витаминдар, углевод (крахмал, шәкәр) миҡдары кәмей, йәшелсә өлгөрөү мөҙҙәте оҙая.

Бор ҡытлығынан тамыр­аҙыҡ­тың үҙәге серей, алмала, армытта, сейәлә ҡабыҡ кеүек таптар яһала, уртаһы көрәнәйә, виноград еләге әскелтләнә. Емеш­тәр ғәрипләнә, бөкө кеүек кәүшәк ерҙәре барлыҡҡа килә. Күҙә­нәк­тең стеналары йоҡара, шунлыҡ­тан ҡоролоҡҡа, ауырыу­ҙарға бирешеүсәнлек арта, йәшелсә-емеште ҡыш һаҡлау ҡыйынлаша.

Сәскәгә бөрөләнгән, емшән ебәргән, һабаҡ үҫтергән саҡта үҫемлек борҙы күп тотона, шун­лыҡтан тамыр ҡорой йә үҫеүҙән туҡтай. Бор тамырҙың әүҙемле­ген арттырып, тупраҡтан фосфор ғына түгел, азот, калий һәм башҡа микроэлементтарҙың, углеводтарҙың, гормондарҙың үҫемлеккә үтеүен тәьмин итә. Әммә башҡа элементтарҙан айырмалы, бор ҡартайған ағзаларҙан йәш­тәренә күсмәй, шуға тамыр йә япраҡтар аша даими килеп торорға тейеш.

Сәскәгә бөрөләнә башлаған культура­ларҙы бор менән ашлау зарур. Эзбиз­ләнгән, карбонатлы, әсе, татырлы туп­раҡта тупраҡ ярлылана. Эзбиз борҙы үҫемлек үҙләштерә алмай торған фор­маға индерә. Тупраҡ уңдырышлы булған хәлдә лә, ямғырҙар, һыу һибеү борҙы тамырҙың буйы етмәҫ ҡатламдарға йыуып төшөрә.

Борлы ашламаларҙан “Борогум” препараты айырым урын биләй. Унда бор гуматтар менән бәйләнгән. Гуматтар туҡлыҡлы элементтарҙы үҫемлек күҙәнәк­тә­ренә үткәрә. Беҙҙең күп йыл­лыҡ тәжри­бәләр “Борогум”дың тамырҙы көслө­ләндереүен, по­мидорҙың һәм ҡыярҙың сәскә­ләре, емшәндәре ҡойолоуын кәметеүен, тамыраҙыҡтарҙа һәм йәшелсә-емештә шәкәрҙе арттырыуын раҫланы.


З. ЙОСОПОВА, биология фәндәре кандидаты, тәжрибәле баҡсасы.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: