

Ҡыш тамамланғас, йылы яҙғы көндәр килеү менән урмандарҙа янғын сығыу хәүефе арта.
Статистика буйынса, янғындың төп сәбәбе - кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе.
- янып торған шырпы һәм тәмәке төпсөктәре, шулай уҡ яғыулыҡ-шыйыҡлыҡ һеңдерелгән материалды (ҡағыҙ, туҡыма) ҡалдырырға ярамай;
- урман янында сүп-сарҙы, шулай уҡ ҡоро үлән яндырыу тыйыла;
- ғәҙәттән тыш хәл режимы тураһында иғлан ителгәндән һуң һәм урманға барыу тыйылған осраҡта урманға йөрөүҙәрҙән тыйылырға кәрәк.
Айырыуса янғын сығыу ҡурҡынысы шәхси ярҙамсыл хужалыҡ биләмәләренән һәм файҙаланылмай ятҡан ауыл хужалығы ерҙәрендә, сүп үләне, ағас һәм ҡыуаҡтар үҫкән урындарҙа булырға мөмкин.
Урман биләмәләре янындағы ер участкалары хужалары үҫемлектәрҙең яныуын булдырмау һәм биләмәне ваҡытында саптырыу һәм таҙартыу сараларын күрергә тейеш.
Ауыл хужалығы ерҙәре урман зонаһынан янғынға ҡаршы минералланған һыҙаттар менән айырылырға һәм ҡыр эштәре осоронда һыу йыйыу техникаһы менән тәьмин ителергә тейеш.
Урман зонаһында йәки уның тирәһендә янғын сыҡан осраҡта, төп бурыс: янғынға көс тупларға һәм таралырға ирек бирмәҫкә. Бының өсөн утты һүндерергә, урынды яҡшылап ҡарарға һәм яныу усаҡтары ҡалмауына инанырға кәрәк. Утты үҙ көсөң менән генә һүндерә алмаған осраҡта янғын тураһында урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә, янғын һағына, дәүләт хакимиәте органдарына йәки урындағы үҙидара органдарына хәбәр итергә кәрәк.
Урманда янғын һүндереүҙең иң киң таралған ысулы – янғындың ҡырындағы утты баҫып алыу. Бының өсөн йәшел ботаҡтар ҡулланыла. Шулай уҡ янған материалдарҙы һыуыта торған һәм һауа индермәй торған грунт менән янған ҡырҙарға ырғытыу һөҙөмтә бирә.
Һүндерелмәгән усаҡтар янынан уҙмағыҙ, уларҙы күҙәтеүһеҙ ҡалдырмағыҙ!
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепле граждандар, хоҡуҡ боҙоуҙар характерына һәм уларҙың һөҙөмтәләренә бәйле рәүештә, дисциплиналар, административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылырға мөмкин.
Урман һағының тура линияһы телефоны: 8-800-100-94-00 (тәүлек буйына). Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчерлыҡ хеҙмәте телефоны 8 (347) 218-14-14 (тәүлек буйына).
Ринат ЛОҠМАНОВ,
Ҡамышлы урман хужалығы
участкаһы начальнигы.
Фото: tomsk.mk.ru