Даирә
-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
2 Сентябрь 2025, 14:23

Ҡос осҡос аварияла өс кеше үлде

Тракторҙа ултырған бала ла һәләк булған...    

Ҡос осҡос аварияла өс кеше үлде
Ҡос осҡос аварияла өс кеше үлде

Бөгөн Стәрлетамаҡ районында ҡот осҡос юл фажиғәһендә өс кеше, шул иҫәптән бер бала һәләк булды. Бөтә сәбәптәрҙе асыҡлау һәм Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эшен көйләү өсөн юл-транспорт ваҡиғаһы урынына ДАИ начальнигы Владимир Севастьянов юлланды.

Билдәле булыуынса, Түрешле – Николаевка автомобиль юлының дүртенсе километрында  "Лада Гранта" автомашинаһы менән МТЗ-82 тракторы бәрелешә, ул тағылма менән шул уҡ йүнәлештә хәрәкәт иткән.

Көслө бәрелештән транспорт саралары түңкәрелә. Еңел автомобиль водителе һәм пассажиры, шулай уҡ трактор салонында ата-әсәһе менән бергә булған бала алған йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була.

Әлеге ваҡытта урында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, тәфтиш-оператив төркөм һәм БР буйынса эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары эшләй.

Фото: ДАИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
Ҡос осҡос аварияла өс кеше үлде
Ҡос осҡос аварияла өс кеше үлде
Ҡос осҡос аварияла өс кеше үлде
Автор:
Читайте нас