Даирә
-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
13 Июнь 2025, 23:16

Ҡыҙҙарын ҡотҡарам тип атаһы менән әсәһе үлгән

Әле әсәнең кәүҙәһе табылған, атаһын водолаздар эҙләй. Бала менән психологтар эшләй...    

Ҡыҙҙарын ҡотҡарам тип атаһы менән әсәһе үлгән
Ҡыҙҙарын ҡотҡарам тип атаһы менән әсәһе үлгән

Стәрлетамаҡта Ашҡаҙар йылғаһында фажиғәле осраҡ булған. Һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында ғаилә ял итә.

12 йәшлек ҡыҙ бата башлағас, өлкәндәр уға ярҙамға ашыға. Әсәһе ҡыҙын ҡороға этәрә, әммә үҙе тиҙ генә һыу аҫтына китә. Ире уға ярҙамға ташлана, әммә үҙе лә һыу аҫтында күҙҙән юғала.

Ҡыҙҙы ҡотҡарып ҡалалар. Уның ата-әсәһе һәләк була. 49 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен һыуҙан сығарғандар, ирҙе ҡотҡарыусылар эҙләй.

Ҡыҙ менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы психологтары эшләй. Тәфтиш-оператив саралар үткәрелә.

Бер айҙан да кәмерәк ваҡыт эсендә Ашҡаҙарҙа өс өлкән кеше һәм бер бала батып үлде. Тағы ла һигеҙ баланы ҡотҡарып ҡалалар, улар үлемдән ҡыл осонда ғына ҡала...

Фото: МЧС. 

 

Автор:
Читайте нас