Даирә
+24 °С
Ямғыр
Происшествия
24 Май 2025, 18:19

Ете генә йәш булған...

Ҡыҙҙың кәүҙәһен ағым буйлап 100 метр түбәндә тапҡандар.     

Ете генә йәш булған...Ете генә йәш булған...
Ете генә йәш булған...

Башҡортостанда йәнә һыуҙа бәхетһеҙ хәл, йәнә бәләкәй бала батҡан. Аяныслы осраҡ Көйөргәҙе районының Яманғол ауылында Туғыҙтимер йылғаһында була.

Бында 7 йәшлек ҡыҙ һыу аҫтына киткән. Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар сыҡты, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыусылар ағым буйлап 100 метр түбәндә һәләк булған ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡан.

Йәйге каникулдар – бәләкәй балалар өсөн хәүефле мәл. Уларҙы яңғыҙҙарын һыу буйына ебәрмәгеҙ, бергә алһағыҙ ҙа, күҙ яҙлыҡтырмағыҙ.  

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
Автор:
Читайте нас