Даирә
+24 °С
Ямғыр
Происшествия
28 Февраль 2025, 03:51

19 пассажир һәләк булған...

Ҡотҡарыусылар мәйеттәрҙе 40 машина менән алып ҡайтты, ти хәбәр итеүселәр...     

19 пассажир һәләк булған...19 пассажир һәләк булған...
19 пассажир һәләк булған...

Таиландта туристар ултырған автобус юл һәләкәтенә осраған. Салондағы 19 пассажир һәләк булған, 30 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Был хаҡта “Вести” каналы хәбәр иткән.

Фажиғә  Прачинбури провинцияһында – Бангкоктан 120 километр алыҫлыҡта теркәлгән.

Экскурсия төркөмәндә 200 кеше була. Уларҙы Районг провинцияһына алып баралар. Бер автобус идара итеү тиҙлеген юғалта, бетон ҡоймаға бәрелә һәм әйләнеп ҡаплана. Уның түбәһе бөтөнләй айырылып килеп сыға.

Ҡотҡарыусылар мәйеттәрҙе 40 машина менән алып ҡайтты, ти хәбәр итеүселәр.

Ял итергә барып, үлеп ҡайтыуҙары бигерәк тә аяныслы...

Һәләк булыусылар араһында Рәсәй туристары бармы-юҡмы икәне әлегә билдәһеҙ.

Сығанаҡ: “Интертат”

 

Автор:
Читайте нас