Даирә
+21 °С
Болотло
Происшествия
27 Февраль 2025, 07:00

Ете кеше юл фажиғәһендә зыян күргән

Бәхетһеҙ осраҡ Өфө - Белорет юлында теркәлгән.     

Ете кеше юл фажиғәһендә зыян күргәнЕте кеше юл фажиғәһендә зыян күргән
Ете кеше юл фажиғәһендә зыян күргән

Белорет районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында ете кеше зыян күргән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Ҡарағай-Йорт ауылы янында ике еңел машина бәрелешкән.

Ете кеше зыян күргән, улар араһында бер бала булған. Бишәүһе дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынына Белорет ҡотҡарыусылары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре ебәрелә.

Ҡотҡарыусылар «ВАЗ-2112» автомобилендә ҡыҫылып ҡалған ҡатынды сығарып, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Дәүләт автоинспекцияһы юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙы, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
 
 
Ете кеше юл фажиғәһендә зыян күргән
Ете кеше юл фажиғәһендә зыян күргән
Автор:
Читайте нас