Был ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек: Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 217-се километрында кисә кис булды ул. Юлда 60 йәшлек ир идара иткән “Опель Астра” еңел автомобиле менән Yutong автобусы бәрелеште. Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомобиль водителе һәм уның пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Автобустағы кешеләр зыян күрмәгән.
Бөгөн иһә һәләк булған кешеләрҙең кемлеге асыҡланды. Улар Ырымбур өлкәһенән 60 йәшлек ир менән 50 йәшлек ҡатын булып сыҡты. Улар шул көндәрҙә генә өйләнгән һәм “баллы” айҙарын үткәрер өсөн Төркиәгә барырға булған. Ул төндә ирле-ҡатынлы аэропортҡа китеп барған булған.
Уларҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Әлеге ваҡытта авария сәбәптәре асыҡлана. Юлда һаҡ булығыҙ!