Яңы йыл алдынан, 27 декабрҙә Өфөлә 36 йәшлек ир юғалғайны. Был турала уның игеҙәк һеңлеһе саң ҡаға һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Ирекмәндәр һәм эҙәрмәндәр отрядтары уны өс аҙна дауамында эҙләне һәм әле ҡурҡыныс яңылыҡ билдәле булды: ир үле килеш табылған.
Баҡһаң, уны Яңы йыл алдынан уҡ үлтергәндәр һәм кәүҙәһен тураҡлап, пакеттарға һалып урман буйлап йәшергәндәр. Был тиклем ҡурҡыныс енәйәтте көнләшкән ир башҡарған. Юғалған ир үлеренән алда бер ҡыҙ менән осраша башлаған, ә уның элекке егете көнләшеүҙән уның башына еткән. Был турала SHOT телеграм-каналы хәбәр итте.
Полиция хеҙмәткәрҙәре тәүҙә ул осрашҡан ҡыҙ менән һөйләшкән, аҙаҡ уның элекке йөрөгән егетенән һорау алған. Ул шунда уҡ тиерлек енәйәт тураһында һөйләп биргән. Көнләшеүҙән ул ирҙе үлтергәнсе туҡмаған, аҙаҡ эҙ йәшерер өсөн турап ташлаған. Ҡыҙҙың был турала белеү-белмәүе асыҡлана.
Әлеге ваҡытта хәлде тикшереү дауам итә.
Фото: SHOT телеграм-каналы.