Уҙған йәкшәмбелә Башҡортостандың Мәләүез районында ҡот осҡос авария теркәлгән. Өс автомобиль бәрелешендә ике кеше һәләк булған, тағы бишәүһе төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған.
Был һәләкәт Өфө - Ырымбур трассаһының 194-се километрында булған. Республика буйынса ЮХХДИ идараһы мәғлүмәттәре буйынса, “Тоyota Land Cruiser Prado” машинаһы водителе юл ыңғайы барған машинаны уҙып барғанда ҡаршы елгән “Daewoo Leganza” автомобиле менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә “Toyota” водителе идараны юғалтып юл ситенә осҡан. “Daewoo” ҡаршы һыҙаттан килгән ”Renalt Duster” автомобиленә барып һуғылған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Toyota” водителе һәм уның пассажиры һәләкәт урынында уҡ һәләк булған. Башҡа автомобилдәге тағы биш кеше дауаханаға оҙатылған.
Авария булған урынға дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, табиптар, ҡотҡарыусылар килгән. Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре тикшерелә, хәл-шарттар асыҡлана.
Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Фото: ЮХХДИ.