Даирә
-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
16 Август 2024, 09:29

Йәнә ҡорбандар бар...

Мәскәүгә юлланған яҡташтарыбыҙ – водитель, уның ҡатыны, ҡәйнәһе һәм ике улы, шул иҫәптән ете айлыҡ ҡына сабый, ҡот осҡос аварияға эләккән...

Йәнә ҡорбандар бар...
Йәнә ҡорбандар бар...

Яр Саллы ҡалаһы янында М-7 трассаһында Салауат районынан ғаилә ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Ситрак” йөк машинаһы менән бәрелешә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Форд” еңел машинаһының водителе руль артында йоҡлап китә. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның ҡәйнәһе ваҡиға урынында һәләк булған. Шулай уҡ уның тормош иптәше һәм ете айлыҡ улы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Алда ултырған тағы бер улы ҙур булмаған йәрәхәттәр алған. Әлегә осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара.

Хөрмәтле водителдәр! Юлға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ! Арыһағыҙ, мотлаҡ рәүештә туҡтап ял итеп алығыҙ! Шуны онотмағыҙ: һеҙҙе өйҙә көтәләр!

Фото: Татарстан Республикаһы буйынса ГАИ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: