Даирә
-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
13 Август 2024, 09:36

Водитель бер нисә минут эсендә яратҡан ҡыҙын һәм иң яҡын дуҫын юғалтҡан...

Юлда китеп барған тракторға бер-бер артлы ике машина барып бәрелә    

Водитель бер нисә минут эсендә яратҡан ҡыҙын һәм иң яҡын дуҫын юғалтҡан...
Водитель бер нисә минут эсендә яратҡан ҡыҙын һәм иң яҡын дуҫын юғалтҡан...

11 августа Бүздәк районында ҡот осҡос авария теркәлде. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, урында ике еңел машина – “Лада Приора” һәм “Лада Гранта” бер-бер артлы тракторға барып бәрелгән. Махсус машинаның 58 йәшлек водителе (үҙе зыян күрмәгән) бесән алып ҡайтып барған була. Шулай уҡ тракторҙың габарит фарҙары янмағаны ла билдәле.

 “КП-Өфө” хәбәр итеүенсә, беренсе еңел машинаның 21 йәшлек водителе тракторҙы һуң ғына күреп ҡала, әммә рулде икенсе яҡҡа бороп өлгөрмәй һәм арбаның уң яғына барып бәрелә. Йәш егет салонда бер үҙе була. Бәрелеш һөҙөмтәһендә водитель етди йәрәхәт алған, ике аяғы ла һынған. Әлегә ул дауаханала.

“Приора” артынан барған “Лада Гранта”ла өс кеше ултырған. 21 йәшлек водитель шәп тиҙлектә килеп, тракторға барып бәрелә. Һөҙөмтәлә ике пассажир – 19 йәшлек ҡыҙ һәм 21 йәшлек егет ваҡиға урынында һәләк була. Был еңел машинаның да водителе шулай уҡ дауаханаға оҙатылған.

Билдәле булыуынса, йәш егеттәр һәм ҡыҙ бала саҡтан таныш булған, бер мәктәпкә йөрөгән. Авария булған төндә “Приора”ның руле артында Алмаз С. ултырған, ә ”Гранта” менән Рифат Ф. идара иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған пассажирҙар – Рифаттың һөйгән ҡыҙы һәм иң яҡын дуҫы булған. Асыҡланыуынса, дуҫы ғаилә төҙөп өлөгрмәгән булған, эре сәнәғәт компанияһында монтажник булып эшләп йөрөгән. Ә ҡыҙ иһә Туймазы педагогия колледжының студенты булған. Уға уҡып бөтөргә ни бары бер генә йыл ҡалған...

– Егеттәр бер ваҡытта ла эсмәнеләр. Гел бергә йөрөй торғайнылар, бала саҡтан дуҫ булдылар, – тип һөйләгән ”КП-Өфө“гә һәләк булыусыларҙың ауылдашы.

Әлегә ике водитель дә дауаханала. Рифаттың яҡын туғаны әйтеүенсә, был аварияла йәш егет үҙен ғәйепләй.

– Машинаның салонында яратҡан ҡыҙы һәм иң яҡын дуҫы ине... Рифатҡа ныҡ ауыр...– тип һөйләгән егеттең яҡын туғаны ”КП-Өфө“гә.

Ҡайһы берәүҙәр йәш егеттәрҙе ярыш ойошторған тип фаразлай. Шул уҡ ваҡытта төнгө 11-ҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй бесән тейәп китеп барған трактор ҙа күптәрҙә һорау тыуҙырҙы...

Әлегә ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.

Һәләк булыусыларҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, водителдәргә тиҙерәк һауығып сығыуҙарын теләйбеҙ.

Фото: КП-Өфө.

 

Автор:
Читайте нас: