-6 °С
Ҡар
Кисә төн менән Бүздәк районында фажиғәле хәл булды. Бүздәк – Яңы таулар автомобиль юлының 30-сы километрында авария була. 21 йәшлек “Лада Гранта” машинаһы водителе алда хәрәкәт иткән “Беларус” тракторы аҫтына барып инә. Шулай уҡ тракторҙың бесән алып китеп барғаны билдәле.
Ҙур техника менән бәрелеш эҙемтәһеҙ үтмәй. Еңел автомобилдең ике пассажиры фажиғә урынында һәләк була. Водителдең иҫән ҡалғаны билдәле.
Әлеге ваҡытта Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм юл полицияһы авария сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: ГАИ.