Даирә
-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
9 Август 2024, 09:52

Әсәһе бүләк иткән мопедта һәләк булған

Фажиғәле хәл Баймаҡ районында теркәлде.     

Әсәһе бүләк иткән мопедта һәләк булған
Әсәһе бүләк иткән мопедта һәләк булған

Бөгөн төндә Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында Салауат Юлаев урамында фажиғәле хәл теркәлгән. 16 йәшлек үҫмер “Vento” мопедында ике йәйәүлене бәрҙергән. Шунан һуң мотоциклсы юлда ауҙарыла.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бәлиғ булмаған водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Йәрәхәтләнгән йәйәүле, 21 йәшлек ҡыҙ, дауаханаға оҙатылған, икенсе 23 йәшлек ҡыҙ зыян күрмәгән.

Дәүләт автоинспекицяһы мәғлүмәттәре буйынса, йәйәүлеләр кейемдәрендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтары булмаған кейемдә яҡтыртылмаған юл буйлап йөрөгәнлеге билдәле. Ә йәш кешенең водитель таныҡлығы юҡ, өҫтәүенә һаҡланыу кейемдәрен дә кеймәгән. Мототранспортты һәләк булған кешенең әсәһе бер ай элек, уның ун алты йәше тулғанда, һатып алған.

“Ата-әсәләр, балаларына ошондай "бүләктәр" һатып алып, машина йөрөтөү күнекмәләренә өйрәтеү һәм тейешле документтар алыу кәрәклеген аңламай. Ихатала торған мотоцикл йәки мопед балаларҙы аңлы рәүештә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға һәм юл фажиғәләренә этәрә, шул иҫәптән ауыр эҙемтәләргә килтерә”, – тип белдерҙе Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.

Фото: скриншот.

Автор:
Читайте нас: