-6 °С
Ҡар
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре шәхси ҡошсолоҡ фермаһында янғынды һүндергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда 1000-гә яҡын ҡош һәләк булған.
Янғын Кушнаренко районының Мәмәк ауылында сыҡҡан. Уттан 20х40 метр ҙурлығындағы кирбес биналағы 150 квадрат метр майҙанлы таҡта япма зыян күргән, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Хужа әйтеүенсә, бина эсендә 3000 самаһы ҡош (тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ) булған. Уларҙың яҡынса 2000-е тышҡа сығарылған, ҡалғандары тонсоҡҡан (күрелгән зыян аныҡлана).
Янғын сәбәбен тикшереү бара.
Фото: МЧС.