-5 °С
Ҡар
Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Авангард" заводында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәл көндөҙгө дүрттәр тирәһендә булған. Завод бинаһынан төтөн сыҡҡан, ҡапыл көслө көслө шартлау яңғыраған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс эшсенең ғүмере өҙөлгән. Һәләк булған эшселәр торбаларға демонтаж үткәргән. Шартлау улар эшләгән бүлмәлә булған.
Әле ғәҙәттән тыш хәл буйынса тикшереү башланған, енәйәт эше асылған. Урында барлыҡ тикшереү хеҙмәткәрҙәре эшләй.
"Авангард" - илдең иң ҙур оборона предприятиеларының береһе. Уға 1943 йылда нигеҙ һалынған.
Фото: МЧС