Һуңғы көндәрҙә туҡтамай яуған ямғыр Урал аръяғын тотош "һыу ҡамауы"нда ҡалдырҙы, тиһәк тә була. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһы урамдарында авмомобилдәр "йөҙөп" йөрөй, Ҡамышлы биҫтәһендә Ҡарағайлы йылғаһы ярҙарынан ташып сыҡҡан. Ә ул ни бары тауыҡ кисмәле генә ине...
Хәйбулла районының "Юбилей" ятҡылығын һыу баҫҡан. Тау сәнәғәте предприятиеһы шахтаһына ла һыу төшкән. Шахтерҙарҙы төндә эш урынынан эвакуациялағандар. Шулай уҡ Йылайыр районының Юлдыбай мәҙәниәт йортоноң түбәһенән һыу ағып, бина тотошлай һыу аҫтында ҡалған. Әленән-әле социаль селтәрҙә күперҙәр ағып киткән, йылғалар ташҡан, баҡсалар тотошлайы менән һыуҙа ҡалған, йорттарға, ихаталарға һыу ингән видеояҙмалар күбәйә.
Өләсәйҙәр әйтмешләй, ямғырлы аслыҡ булып ҡуймаһын... Тәбиғәткә ни булған?
Фото: видеонан скриншот