Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
25 Июль , 09:54

Водитель шунда уҡ һәләк булған

М-5-тә ҡот осҡос авария...    

Водитель шунда уҡ һәләк булған
Водитель шунда уҡ һәләк булған

Бөгөн Бүздәк районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. М-5 "Урал" автомобиль юлының 1356-сы саҡрымында "Lada Xray" менән "КамАЗ" һөт машинаһы бәрелешкән.

Бәрелешеү шул тиклем көслө булған, автомобиль юлдан ситкә осҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел автомобилдең 38 йәшлек водителе ваҡиға урынында һәләк булған, уның пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ.

Фото: телеграмдан

Автор:Карима Усманова
 
 
 
 
Водитель шунда уҡ һәләк булған
Водитель шунда уҡ һәләк булған
Автор:
Читайте нас: