Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
18 Июль , 09:12

Тормоз менән газ рычагтарын бутаған

Баймаҡтағы ҡурҡыныс авария тураһында тулыраҡ мәғлүмәт, машина аҫтында ҡалған ҡыҙҙың кемлеге билдәле булды...    

Тормоз менән газ рычагтарын бутаған
Тормоз менән газ рычагтарын бутаған

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Баймаҡта "ВАЗ 2107" машинаһы пиццерия алдында ҡыҙҙы бәрҙерә. Бахыр ҡыҙ бала һауаға осоп китә һәм ергә килеп төшә. Билдәле булыуынса, рулдәге ҡатын тормоз менән газ рычагтарын бутаған. 

Баҡтиһәң, тәү ҡарашҡа үҫмер кеүек күренгән ҡыҙға 22 йәш. Әлегә ул дауаханала. Йәш ҡыҙ спортсы ла булып сыҡҡан: баскетбол менән шөғөлләнә.

Ә бына водителгә килгәндә, ҡатындың бер ҡасан да водитель таныҡлығы булмауы асыҡланған. Йәғни ул ялған документ менән йөрөгән. Әлегә осраҡ буйынса тикшереү бара.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
 
 
 
 
 
 
 
Тормоз менән газ рычагтарын бутаған
Тормоз менән газ рычагтарын бутаған
Автор:
Читайте нас: