Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
12 Июль , 19:11

Баймаҡта ауылды һыу баҫҡан

Тағы ла тау һәм көньяҡ райондарҙа йылғаларҙа һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе һәм гидротехник ҡоролмаларға ағымдың артыуы ихтимал.

Баймаҡта ауылды һыу баҫҡан
Баймаҡта ауылды һыу баҫҡан

Синоптиктар вәғәҙә иткән һауа торошо ғәмәлгә ашты – инде икенсе көн ямғыр яуа. Ер һыуға туйынды, шуға ла саҡ ҡына ямғыр яуһа ла күләүектәр хасил була.

Быйыл Урал аръяғы райондарына ла яуым-төшөм йыш “ҡунаҡҡа” килә. Мәҫәлән, бөгөн төндә Баймаҡ районының Муллаҡай ауылын һыу баҫыуы тураһында видеояҙма таралды. Ысынлап та, ямғырҙар һөҙөмтәһендә ауыл урамдарынан йылғалар шаулап-гөрләп аға, кешеләрҙең йәшелсә-емештәренә зыян килтерә, ихаталарҙы баҫа. 

Тынысланырға иртә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 июндә көндөҙ һәм 13 июндә төндә республикала урыны менән көслө ямғыр яуыуы, йәшен ваҡытында елдең секундына 22 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.

Тау һәм көньяҡ райондарҙа йылғаларҙа һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе һәм гидротехник ҡоролмаларға ағымдың артыуы ихтимал. Урыны менән һыуҙың туғайҙарға сығыуы ихтимал.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә!

* Йәшен ваҡытында ағастар аҫтында йәшеренмәгеҙ, электр сымлы антенналар янында тормағыҙ, тәҙрәләрҙе ябығыҙ һәм электр приборҙарын ҡулланмағыҙ.

* Әгәр ҙә автомобилдә хәрәкәт иткән саҡта көслө боҙло борсаҡ яуһа, юл ситенә сығып туҡтағыҙ һәм автомобилдә ҡалығыҙ. Ғәҙәттә, борсаҡ оҙаҡ яумай, уртаса 6 – 10 минут.

* Әгәр көслө ел ваҡытында урамда булһағыҙ, реклама щиттары, автобус туҡталыштары һәм бигерәк тә ағастар аҫтына ышыҡланырға ярамай, өҙөлгән сымдарға яҡын бармағыҙ. Был хәүефле.

* Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон – 112.

Һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ – һеҙҙең яуаплылығығыҙ.

Фото: скриншот.

Видеояҙма: ватсаптан алынды.

Автор:
Читайте нас: